Үҙе нефтсе, үҙе көслө, үҙе уңған атай07.04.2012
Үҙе нефтсе, үҙе көслө, үҙе уңған атайИшембай батыры Рөстәм Һатыбалов пауэрлифтинг буйынса Рәсәй кубогын яуланы.
— Мин бала саҡтан спортты яраттым. Футбол, волейбол уйнап үҫтем. Кинофильмдағы боевиктар кеүек булырға хыялланып, бокс, кикбоксинг, каратэ кеүек һуғыш төрҙәренә лә ваҡыт табып, малайҙар менән үҙ-ара шөғөлләнә торғайныҡ, — ти Рөстәм. — Ул ваҡытта бигерәк тә ошо спорт төрҙәре популяр ине. Һәр беребеҙ билдәле киногеройҙар Брюс Ли, Ван Дам, Чак Норрис булырға хыялланды. IX класты тамамлағас, һөнәрселек училищеһына уҡырға индем. Нефтсе булырға. Бында килгәс, уҡыуҙан һуң спорт залынан ҡайта белмәнем. Төрлөһө менән шөғөлләндем, шулай тегеләй-былай һуғыла торғас, берәүһен һайланым. Күнекмәләр залы икенсе өйөмә әйләнде.
Һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәй ныҡышмал егетте. Әрме сафына алыныу менән Һамар ҡалаһының пауэрлифтинг буйынса асыҡ беренселегендә ҡатнаша һәм тәүге ҙур уңышҡа өлгәшә. Үҙенән күпкә тәжрибәле спортсылар араһында өсөнсө урынды яулай.
Пауэрлифтинг тигәндән, ул көс һынашыу төрө, йәғни иң юғары ауырлыҡты күтәреү. Был спорт төрө, бодибилдингтан айырмалы, тәндең матурлығынан түгел, ә көс булыуы менән айырыла. Спортсылар үҙ ауырлыҡ категорияһында пауэрлифтингка ингән өс төр буйынса көс һынаша. Башта штанганы яурынына һалып сүкәйеп тора, унан эскәмйәгә ятып, штанганы баш осона күтәрә һәм аҙаҡтан уны иҙәндән күтәреп аяҡ өҫтө баҫа. Ошо өс һөҙөмтә буйынса еңеүсе асыҡлана.
Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Рөстәм яратҡан шөғөлөнә ныҡлап тотона һәм уңыштары бермә-бер арта төшә. Башҡортостан беренселегендә призлы урындарҙан ҡалмай. Аҙаҡтан бөтөнләй уға тиңләшеүсе табылмай. Спорт мастеры нормативын үтәй. 2010 йылда Ижевскиҙа үткән Рәсәй кубогы өсөн бәйгелә ҡатнаша һәм икенсе урынға күтәрелә. Шул уҡ йылда Новосибирскиҙа Рәсәй беренселегендә дүртенсе урынды яулай. Унда ике тапҡыр донъя чемпионы, ике тапҡыр Европа беренселеге еңеүсеһе ҡатнашҡан була. Шуға ҡарамаҫтан, башҡорт батырының һөҙөмтәһе насар булмай. Рөстәмгә көрәш сәме өҫтәлә. Ул күнекмәләрен арттыра төшә. Тормош юлдашы Лиана ла ҡулынан килгәнсә ярҙам итә.
Үҙе нефтсе, үҙе көслө, үҙе уңған атай— Әлдә мине аңлаған кәләшем бар, — ти ул. — Күнекмәләрҙән ҡайтам да йығылам, ә ул аш-һыу әҙерләп, улым менән ҡаршы ала. Беҙгә бит, көс менән шөғөлләнеүселәргә, айырым калориялы аш-һыу кәрәк. Шуға күрә Лианаға күп көс төшә. Уңышымдың яртыһы — уныҡы.
Рөстәм көс экстримы кеүек спорт-шоуҙарында ла уңыштар яулай. Был спорт төрөндә бәһлеүәндәр төрлө ауырлыҡтағы әйберҙәрҙе күтәреп, ваҡытҡа ярыша. Бер нисә күнекмә һөҙөмтәһе буйынса еңеүсе асыҡлана. Билдәле культурист, көс экстримы буйынса тапшырыуҙың авторы һәм алып барыусыһы Владимир Турчинский иҫтәлегенә уҙғарылған бәйгелә Рөстәм беренсе урынды ала. Командалар араһында ла Башҡортостан батырҙарына етеүсе булмай.
Былтыр Рөстәм алдағы ярыштарҙа шәхси рекордын арттырасағы хаҡында белдергәйне. Шулай булды ла. Ул Санкт-Петербургта уҙған Рәсәй кубогында еңеп сыҡты. Халыҡ-ара спорт мастеры нормативын үтәне. Афарин! Һатыбалов хәҙер Европа, донъя үрҙәрен яулауҙы маҡсат итеп ҡуя. Әйткәндәй, Һатыбаловтар сығышы менән Бөрйән яғынан. Атаһы Фәрғәт ағай ҙа, көрәшсе булып, заманында район һабантуйҙарында бил бирмәгән. Бәхетен Ишембайҙа тапҡан һәм шунда төпләнгән.
Рөстәм, үрҙәр яулауынан тыш, үҙ тәжрибәһе менән дә уртаҡлашырға әҙер. Балалар уның күнекмәләренә ихлас йөрөй. Уңыштары ла юҡ түгел. Спорт мастерлығына кандидаттар бар.
Н. ТИМЕРОВ.


Вернуться назад