Ҡаланың 4-се лицейында эшләгән “Шторм” баскетбол клубы командаһы өсөнсө тапҡыр Волга буйы федераль округының “КЭС-БАСКЕТ” мәктәп баскетбол лигаһы чемпионатында еңеү яуланы. Тренер Ринат Муҡаев етәкселегендәге ҡыҙҙар командаһына иң көслөләр менән алышырға тура килһә лә, бирешмәйҙәр. Был ярышта Башҡортостан данын Баймаҡ ҡалаһы ҡыҙҙары уйнаған “Шторм” менән Белореттан “Металлург” үҫмер егеттәр командалары яҡлай.Баймаҡтарҙың еңеүе нигеҙендә тренерҙың оло хеҙмәте ята.
— Ҡыҙҙар спорт залында йыл әйләнәһенә алһыҙ-ялһыҙ шөғөлләнә. Йәйгеһен башҡа балалар ял иткәндә лә күнекмәләр менән мәшғүлдәр, – ти Ринат Муҡаев.
Баймаҡ һылыуҡайҙарының уңышында шулай уҡ ата-әсәләренең дә өлөшө шаҡтай ҙур. Балаларын көн һайын күнекмәләргә йөрөтөргә, уларҙың уйынын Интернеттан онлайн тәртибендә күҙәтеп барырға ла, ҡыҙҙары менән бергә көрәшергә, еңергә лә өйрәнә улар. Иң мөһиме – балаларына ныҡлы терәк, ярҙамсы булып, ышаныс биргәндәр ҙә тап улар.
Ҡаршы уйнаған командаларҙың көслө булыуы лицей ҡыҙҙарына сәм генә өҫтәй. “Көрәшеүе еңелдән түгел, әммә беҙ һәр саҡ Башҡортостан спортының данын яҡлағаныбыҙҙы онотмайбыҙ һәм еңелергә хаҡыбыҙ юҡлығын аңлап торабыҙ”, — тип йылмая улар.
Күптән түгел “Шторм” командаһы йәнә оло уңыш менән ҡайтты. Пермдә үткән “КЭС-БАСКЕТ” мәктәп баскетбол лигаһы чемпионатының суперфиналында баймаҡтар Владимир, Мәскәү, Ленинград өлкәләре, Ҡырғыҙстан командаларын еңеп, 4-се урынды яуланы. Команда капитаны Әлфиә Ғәлимйәнова – оҫталыҡ конкурсында еңеүсе, Элиза Исмәғилева иң яҡшы үҙәк һөжүм итеүсе булып танылды.