Башҡортостан халҡының 40 проценты ауыл ерендә йәшәй. Шуға республикала ауыл ерлегенә иғтибарҙы арттырыу зарур. Был тәңгәлдә төбәктә эшләп килгән проект-программалар күңелде тынысландыра, ер кешеләрендә өмөт уята.Мәҫәлән, аграрийҙарға тәғәйенләнгән программалар эшләй, субсидиялар бирелә, инвестициялар йәлеп ителә. Инвестиция тигәндән, урындағы халыҡ үҙ тормошон, ауылдың инфраструктураһын яҡшыртыуға үҙе лә ғәйәт ҙур өлөш индерә. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашып, төҙөкләндереү буйынса эштәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн теләк нәҡ халыҡтың үҙендә уянырға тейеш. Теләк кенә түгел, шарт буйынса, проект сығымдарының бер ни тиклем өлөшөн дә урында йәшәүселәр ҡаплай. Иң мөһиме – миллион һумлыҡ ҙур проектты башлап ебәрергә, үҙ өлөшөн индерергә ҡурҡмаһындар ғына. Башҡарылған эш һөҙөмтәһе ситкә китмәй, балалар майҙансығы булһынмы ул, юлға, һыу линияһына ремонт башҡарылһынмы, бағаналарға ут лампалары беркетелһенме – шул ерлектә ҡала. Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк.
Был программала Ишембай районы ауылдары, мәҫәлән, әүҙем ҡатнаша. Кемдер ауыл клубына ремонт эшләргә йыйына, икенселәр һыу торбаларын яңырта, өсөнсөләр урамдарҙы кис яҡтыртыу проектын әҙерләүҙә ҡатнаша. Мәҫәлән, Түбәнге һәм Үрге Әрмет ауылдары халҡы (Әрмет ауыл Советы) программаны спорт майҙансығы эшләүҙә ҡуллана. 2016 йылда комиссия эше һөҙөмтәләре буйынса проект хупланған һәм финансланған. Әлеге көндә майҙансыҡ эшләнә, ҡорамалдар ултыртыла. Әйткәндәй, улар (ҡорамалдар) ике ауылда ла урынлаштырыла. Шуға, мәҫәлән, Үрге Әрмет балаларына майҙансыҡта уйнау өсөн Түбәнге Әрметкә килергә кәрәкмәйәсәк.
– Сираттағы йыйында программа хаҡында ентеклерәк аңлатҡас, ауыл халҡы уның мөмкинлектәре буйынса ғына түгел, шарттары менән дә ихлас килеште, – тип проекттың нисек башланғанын төшөндөрә Әрмет ауылы хакимиәте башлығы Әнүр Шаһиев. – Ике ауылда ла спорт ҡорамалдары майҙансығы булдырыу ниәте күптән бар ине, сөнки балаларҙы, йәш быуынды физик культураға ылыҡтырыу өсөн был мөмкинлектәр аҙ. Ә сәләмәтлектең башы спортта ятҡанын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Шуға программа ауыл халҡының сәләмәтлеген нығытыуҙа баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе тип әйтергә мөмкин. Быйыл программала ҡатнашып, мәктәптең спорт залын ремонтларға теләйбеҙ.
Ысынлап та, был тиклем проекттың тормошҡа ашыуы – әрметтәр өсөн ҙур бүләк. Ошондай ҡупшы майҙанда шөғөлләнгән йәштәрҙән киләсәктә спорт буйынса чемпиондар сыҡмаҫ тимә. Һәр хәлдә, әле ҡорамалдарҙы ултыртып бөтмәҫ элек үк бер төркөм ҡыҙҙар һәм егеттәр уларҙы һынап ҡарарға килеп тә еткәйне.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың VI Муниципаль берәмектәр съезындағы (2016 йыл) сығышынан:– Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы нигеҙендә быйыл 500 проект ғәмәлгә ашырға тейеш. Был урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярты миллиард һум ярҙам тигән һүҙ. Әммә халыҡтың тормошон яҡшыртыуҙа миҫалдарҙы тағы ла байытырға мөмкин. Тик халыҡҡа ла, урындағы етәкселәргә лә берҙәмерәк һәм етеҙерәк булырға кәрәк. Бының өсөн йышыраҡ халыҡты ҡабул итеү саралары, граждандар сходы үткәреү мөһим.