Күптән түгел Хәйбулла лаптасылары Курск ҡалаһынан тыуған яҡтарына оло еңеү менән ҡайтты: мини-лапта буйынса Рәсәй чемпионатында тренер Азамат Ишемғолов тәрбиәләнеүселәре яҡшы уйын күрһәтте. Рәсәйҙең иң көслө һигеҙ командаһы араһында хәйбуллалар өсөнсө урынға лайыҡ булды. Әйткәндәй, мини-лапта буйынса республика данын Хәйбулла районының ир-егеттәр командаһы яҡлай. Уның тренеры Азамат Рәмил улы әйтеүенсә, Хәйбулла лаптасылары Мәскәү һәм Төмән өлкәһе командалары менән уйнаған.– Егеттәр яҡшы уйнауға ҡарамаҫтан, өсөнсө урынға ғына сыҡтыҡ, – тине Азамат Рәмил улы. – Спорттың үҙ ҡанундары тигәндәй, беҙҙең, төпкөлдән килгән уйынсыларҙың, бәғзе бер “текә” командаларға ҡарағанда яҡшыраҡ һөҙөмтәләр күрһәтеүе оҡшап етмәне. Әммә егеттәр үҙҙәрен лайыҡлы тотто. Беҙҙә лапта спорты бар, киләсәктә лә буласаҡ.
Рус яҙыусыһы Александр Куприн: “Лапта – спорт уйындарының иң ҡыҙыҡлыһы һәм файҙалыһы ул. Унда тапҡырлыҡ, тәрән һулыш, иғтибарлыҡ, йылғырлыҡ, шәп йүгереү, үткер күҙ, ышаныслы һәм ҡаты ҡул, һине еңә алмаҫтарына һәр ваҡыт ышаныс булырға тейеш. Ялҡау һәм ҡурҡаҡтарға был уйында урын юҡ”, – тип яҙған. Азамат Ишемғоловтың да командаһында тап ошо сифаттарға эйә булған егеттәр тупланған.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, спорт мастерлығына кандидат, Башҡортостандың “Иң яҡшы тренеры-2014” исеменә лайыҡ Азамат Ишемғоловтың артабан районда мини-лапта спортын үҫтереүгә пландары ҙур. Әле ул буласаҡ йәш лаптасыларҙы тәрбиәләй, секция алып бара. Тик шуныһы: Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә күнекмәләр үткәреү өсөн бик һуңға ғына ваҡыт бүленә. Ҡыш көндәрендә был ҙур мәшәҡәттәр тыуҙыра, ҡараңғы тиҙ төшә, уҡыусыларға өйҙәренә ҡайтыу ҡыйын. Икенсенән, Сиҙәм ауылынан йөрөүсе лаптасыларҙы тренерға көн һайын үҙенең машинаһында ташырға тура килә. Шуға күрә Рәсәй кимәлендә еңеү яулаған лаптасылар киләһе миҙгелде бар шарттар тыуҙырылған спорт залында үткәрер тигән ышаныста ҡалайыҡ.