Китапхана иленә сәйәхәт25.04.2017
Китапхана иленә сәйәхәтБаш ҡаланың Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында “Китапхана төнө” акцияһы үтте. “Китапхана төнө”н өфөләр һәм ҡала ҡунаҡтары уҡыу үҙәктәрендә, “Мега” сауҙа үҙәгендә, “Ватан” этнопаркында ла ҡаршыланы, төрлө ҡыҙыҡлы мәҙәни сараларҙа ҡатнашты.
Әйтәйек, Милли китапхананың Ҡулъяҙмалар һәм һирәк осраған баҫмалар бүлегенә килгәндәр XVIII — XIX быуатта нәшер ителгән китаптар, журнал йыйылмалары менән танышты. Бынан тыш сәйәхәтселәр, экологтар менән осрашыуҙар, төрлө күргәҙмәләр, интеллектуаль бәйгеләр үтте. Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡ­ты өйрәнеү бүлегендә Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты һәм Республика инженерлыҡ лицей-интернаты уҡыусылары, студенттар Азамат Юлдашбаев һәм уның сәфәрҙәш дуҫтары менән мауыҡтырғыс сәйәхәттәр тураһында фекер алышты, Гүзәл Вилданова бәхетле булыу хаҡында һөйләне, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙҙа уйнау серҙәре менән уртаҡлашты. Ваҡытлы баҫмалар бүлегендә “Экологик мәҙәнилек һәм белем” “түңәрәк өҫтәл”е ойошторолдо. Балалар өсөн анимацион бүлмә-майҙансыҡтар эшләне.


Вернуться назад