Иң зирәктәр – Башҡортостандан04.04.2017
Башҡортостандың Халыҡ-ара шашка федерацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, апрель айында донъя рейтингын республикабыҙ шашкасылары етәкләй.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе баҫҡыста – 2017 йылғы Донъя кубогы финалында еңеп сыҡҡан Айгөл Иҙрисова. Өфө студенты шашка легендаһы, 15 тапҡыр донъя чемпионы Зоя Голубеваны (Латвия) үтеп китте. Донъя чемпионы Наталия Садовска (Польша) – өсөнсө урында.
“Башнефть” клубы спортсыһы Александр Георгиев асыҡ рейтингта алдынғылыҡты үҙенә кире ҡайтарҙы. Әүәлге еңеүсе Александр Шварцман – икенсе, Рул Бумстра – өсөнсө.
Гүзәл заттар рейтингында ҡатын-ҡыҙҙар турнирындағы уйындар ғына иҫәпкә алына. Иң уңышлы 100 шашкасы иҫәбенә, Айгөл Иҙрисованан тыш, Башҡортостандан Тамара Танһыҡҡужина, Елена Мильшина, Гүзәл Георгиева, Әлиә Әминева, Регина Әйүпова, Кристина Осипова, Руфина Әйүпова, Агата Парахина инә.


Вернуться назад