“Олимпиада рухы аңҡый бында”28.03.2017
Ҡаҙмаш урта мәктәбендә спорт ярышы уҙҙы. Ҡайҙа нисектер, әммә бында сәләмәт тормошто пропагандалаған, балаларҙа спортҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләгән төрлө секциялар уңышлы эшләй. Улай ғына түгел, бында йыл һайын ошо мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлағандар – СССР-ҙың саңғы буйынса спорт мастеры Әсғәт Ҡаһармановтың призына саңғы, Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығының почетлы ветераны Хөснитдин Ғәниев призына пневматик мылтыҡтан атыу, шәхси эшҡыуар Мәҙинә Ибраһимова призына өҫтәл теннисы буйынса ярыш үткәрелә. Матур йолаға ярашлы, спорт байрамында район мәктәптәре, төрлө ауыл биләмәләре, Сибай, Магнитогорск, Екатеринбург өлкәләренән спортсылар ҡатнашты.

Бына ҡыҙыу һәм сәмле ярыш башланды. Саңғысылар стартҡа баҫты, икенселәр пневматик мылтыҡтарын сәпкә тоҫҡаны, өсөнсөләр иһә ҡулдарына теннис тубын алды. Атыу буйынса ҡатнашыу­сылар араһында олоһон да, кесеһен дә осратырға була ине. Бигерәк тә буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар – өлкән класс егеттәре отҡорлоҡ һәм мәргәнлек талап иткән был ярышта яҡшы һөҙөм­тәләргә өлгәште. Мәктәп­тәрҙә ГТО нормаларын тапшы­рыу­ҙы ҡайтанан индереүҙең йәш быуында спортҡа ҡарата ҡыҙыҡ­һыныуҙы көсәйт­кәне лә һиҙелде.
Саңғыла йүгереүҙә беренсе клас­тан алып етмеш йәшлеккә тиклем­геләр ҡатнашты. Мәҫә­лән, Асҡарҙан Ғамир Билалов 70 йәшен тул­тырыуға ҡара­маҫтан, әле лә егеттәрсә елдерә. “60-сы йылдарҙа саңғыға баҫтым, шунан бирле ҡыш буйы йөрөп сығам. Төрлө ярыш­тарҙа ҡатнашам, үҙ йәшемдәгеләр араһында һәр саҡ призлы урын яулайым”, – ти ул.“Олимпиада рухы аңҡый бында”
Оло йәштәгеләр араһынан шулай уҡ ветеран-уҡытыусы Гөлсөм Хәкимованы ла билдәләргә кәрәк. Уларҙың икеһе лә ололар араһында еңеү яуланы. Ә бына ике тапҡыр Рәсәй призеры, Ҡаҙмаш урта мәктәбенең иң яҡшы спортсыһы Миләүшә Мәхмүтоваға тиңлә­шеүсе табылманы. Тәүге аҙымдарҙан уҡ ул үҙенең дәғүә­селәрен байтаҡҡа артта ҡал­дырып, өс саҡрым алыҫлыҡҡа уҙышыуҙа беренсе килде.
Өҫтәл теннисы буйынса шәхси беренселекте Рамаҙан Мырҙа­булатов, Гөлсәсәк Ғүмә­рова (Ишбулды), Роман Харрасов, Гөлназ Дәүләтбирҙина (Асҡар), Миҙхәт Ғайсин (Екатеринбург өлкәһе) яулаһа, мәктәптәр араһында ишбулдылар алдынғылыҡты бирмә­не. Пневматик атыуҙа Айҙар Ғиз­зәтов (Ҡаҙмаш), Фирүзә Хөсә­йенова (Рысҡужа), Ихсан Моратов (Асҡар) иң мәргәндәре тип танылды. Еңеүселәрҙең барыһы­на ла райондың кубок һәм дипломдары тапшырылды, өҫтәүенә бағыу­сылар ҙа бүләк­тәре менән ҡыуандырҙы. Әйт­кәндәй, саңғы ярышы тәүге тапҡыр 2000 йылда үткәрелгән, 2010 йылдан атыу буйынса сара өҫтәлә, ә 2012 йылдан башлап өҫтәл теннисы буйынса ла көс һынаша уҡыусылар.
Ҡаҙмашта үткән сара ысын мәғәнәһендә ҙур бер спартакиаданы хәтерләтте, ҡунаҡтарҙың береһе: “Бында олимпиада рухы аңҡый. Күпме спортсыны бергә йыйып, уларҙа ысын ярыш сәме һәм дәрте уята алған мәктәп коллективына, уны ойоштороу­сыларға “афарин!” тиергә ҡала”, – тип ҡуйҙы.


Фәйезйән ТАЙСИН, Әбдел­мәмбәт урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы:
– Район буйынса спорт ярыштарында даими ҡатнашабыҙ. Беҙҙең мәктәптә спортҡа, сәләмәт тормош алып барыуға ҙур иғтибар бирелә. Күптән түгел саңғы буйынса Октябрьский ҡалаһына ГТО нормативтарын тапшырып, мәктәп командаһы республика буйынса икенсе урынды яуланы, Күмер­тауҙағы ярышта беренселекте алдыҡ. Балаларҙа бәләкәйҙән спортҡа һөйөү уятыу кәрәк, бер спортҡа килгән кеше уны бер ваҡытта ла ташлай алмаясаҡ.

Миҙхәт ҒАЙСИН, Екатеринбург өлкәһе:
– Рәсәй буйынса төрлө ярышта ҡатнашҡаным бар, әммә бындағы кеүек сара бер ҡайҙа ла юҡ. Ярыш дөрөҫ баһалана, уҡыусыларҙың күҙҙәренән осҡон яна, йөҙҙәре нурлы, үҙҙәре дәртле. Йыл да был саранан ситтә ҡалмаҫҡа тырышам. Әле мин һулыш алам икән, тимәк, был ярышта мотлаҡ ҡатнаша­саҡмын.



Вернуться назад