Швецияның Упсала ҡалаһында үткән 47-се шәхси донъя чемпионатының финал ярышында А. Ҡадиров исемендәге Өфө техник спорт төрҙәре үҙәгенән Николай Красников йәнә пьедесталдың иң юғары баҫҡысына күтәрелде.
Әлбиттә, ярыш үтә көсөргәнешле барҙы. Чемпионаттың һуңғы этабында Башҡортостан егете төп дәғүәсеһе Данил Ивановты (“Мега-Лада”, Тольятти) йәнә уҙып, мәрәйен арттырҙы. Һөҙөмтәлә Николай Красников һигеҙенсе тапҡыр донъя чемпионы булып танылды. Көмөш миҙалды икенсе йыл рәттән Данил Иванов, ә бронзаны шул уҡ команданан Дмитрий Хомицевич яуланы.
Николай Красниковтың уҡыусыһы, донъя чемпионатында тәүге тапҡыр сығыш яһаусы Дмитрий Колтаковтың да уңышына ҡыуанмау мөмкин түгел — ул дүртенсе урынға сыҡты. Йомғаҡлау ярышында Дмитрий ике тапҡыр пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына күтәрелде. Стәрлетамаҡтың “Каустик” командаһынан Эдуард Крысов алтынсы урынды биләне.
Афарин, яҡташтар!
И. ХАҠОВ.