Яҙмыш, мәрхәмәтең ҡайҙа?03.03.2017
Был һанды ҡулға алғанда, “Салауат Юлаев”тың яҙмышы билдәле була инде. Кисә “Аҡ Барыҫ”ты еңеп, плей-офтағы ғүмерҙәрен оҙайттылармы, әллә отолоп, унан төшөп ҡалдылармы... Упҡын ситенә килеп баҫтылар шул.
Өфөләге тәүге матч уңышлы тамамланғас, иркен тын алып, икенсеһен көтә башланыҡ. Әммә уныһы шунда уҡ насар йүнәлештә китте. Ҡунаҡтар гол индерҙе лә һуңынан ике яҡ та шайбаны боҙ буйлап буштан-бушҡа ҡыуаланы.
Осрашыу бөтөп тә бара. Их, еңеләбеҙ бит. Ваҡыт уҙа... 46, 45, 44 секунд... Гол!!! Кирилл Капризов, ҡотҡарыусыбыҙ һин беҙҙең! Иҫәп тигеҙләнде, овертаймда нығыраҡ тырышырбыҙ...
...Юҡ-юҡ! Яҙмыш, ниңә һин быйыл юлаевсыларға мәрхәмәтһеҙһең? Теге юлы ярты секунд ҡалғас, өмөттө өҙгәйнең, был юлы – ете секундта... 1:2 – “Аҡ Барыҫ” хоккейсылары еңеү бейеүен башҡара...
Ә был раундтың яҙмышы кисә Ҡазанда үткән уйында хәл ителде. Үҙегеҙ беләһегеҙ: беҙҙекеләр өҫтөн булып, иртәгәгә өмөт уяттылармы, әллә хужалар отоп, юлаевсыларҙы йәйге ялға ебәрҙеләрме...