Кадеттар урманда йәшәй22.02.2017
Волга буйы федераль округындағы А.В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусында тәрбиәләнеүселәр Пермь крайында уҙғарылған ХV “Еңеүгә тиңләшергә!” халыҡ-ара йәш патриоттар слетында ҡатнашты.
“Еңеүгә тиңләшергә!” – Волга буйы федераль округындағы йәнә бер мөһим проект. Уны Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич та хупланы.
Пермь кадет корпусына Рәсәйҙең 20 тө­бәгенән һәм яҡын сит илдәрҙән 40-ҡа яҡын делегация килде. Улар араһында Әрмән­стан, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Монголия вәкилдәре лә бар ине. Слетта Ҡытайҙың Наньчан ҡалаһы университетынан, Донецкиҙан һәм Луганскиҙан командалар ҡатнашты.
Башҡорт кадет корпусы исеменән ун кеше сығыш яһаны. Слетта улар яңы шарттарға яраҡлашыу оҫталығын күрһәтте. Йәш патриоттар урманда, палаткалар лагерында йәшәне. Сит ил командалары менән улар хәрби һәм тактик әҙерлек буйынса күнекмәләрҙә ҡатнашты.
Слет барышында Кама буйындағы көс ведомстволарының махсус тәғәйенләнеш отрядтары, Рәсәй Милли гвардияһының Пермь крайындағы федераль ғәскәрҙәр хеҙмәтендәге авиаотряд яугирҙәре үҙҙә­ренең оҫталығын күрһәтте. Йыйын хәрби эстафета менән тамамланды.


Вернуться назад