“Йәшел” алыш көтә беҙҙе21.02.2017
Хафаланыуҙар артта ҡалды. “Салауат Юлаев” плей-офҡа сыҡты. Сыҡты ла “Аҡ Барыҫ”ҡа тура килде. Тимәк, йәнә “йәшел” алыш көтә беҙҙе.
Юлаевсылар чемпионаттағы аҙаҡҡы осрашыуҙа “Лада” командаһын 4:2 иҫәбенә еңде. Плей-офҡа быға тиклем үк эләккәйнек, һуңғы уйын бер нәмәне лә хәл итмәне тип һанау дөрөҫ түгел. Әгәр ҙә ошо “Лада”нан отолһалар, тәүге раундта “Авангард” менән уйнарҙар ине. Ә былай, ғәҙәтләнгәнсә, тағы ут күршеләребеҙ менән сәкәләшәбеҙ!
Хәҙер беҙҙе бер генә нәмә борсой: йәрәхәтләнгән хоккейсыларыбыҙ. Бына был матчта ла берәүебеҙ сафтан сығып ҡуйҙы. Етмәһә, ҡапҡасыларыбыҙ ҙа ышаныслы ғына түгел. Шулай ҙа “плей-офта үлгәндәр генә уйнамай” тигән шаяртыуға таянып, юлаевсылар Гагарин кубогы өсөн йәнтәслим көрәшер тип ышанабыҙ.
Көнбайышта плей-офф бөгөн башлана, көнсығышта – иртәгә. Юлаевсылар тәүге матчтарын Ҡазанда уҙғара.