Өмөт һүнмәне әле...17.02.2017
Бер бурысты үтәне юлаевсылар. Иртәгә икенсеһен хәл итергә кәрәк. Барыһы ла үҙебеҙҙән тора...
“Аҡ Барыҫ”ҡа ҡаршы алышҡа былай ҙа гел сәмләнеп сыға яҡташтарыбыҙ. Ә был юлы еңелергә һис ярамай ине. Юғиһә плей-офф менән хушлашырға тура киләсәк.
Ысынлап та, боҙға аяҡ баҫыу менән хоккейсыларыбыҙ йән-фарман ҡунаҡтарҙың ҡапҡаһына һөжүм башланы. Шайба аҫтына ла ташландылар, бәрелештәрҙә йәрәхәт тә алдылар... Һөҙөмтәлә тәүге осор аҙағына иҫәп өфөләр файҙаһына 3:1 ине.
Аҙаҡ, күпме тырышмаһындар, бер яҡ та хәлде үҙгәртә алманы. Таблолағы һандар үҙгәрешһеҙ ҡалды.
Ура! Көтөп алған еңеү тәме танһыҡ икән... Хәҙер “Лада”ны өҫтәмә ваҡытта отһаҡ та була. Плей-офҡа сығырға ике генә мәрәй етмәй.