Хәлегеҙ нисек, “үҙебеҙҙекеләр”?15.02.2017
Хәлегеҙ нисек, “үҙебеҙҙекеләр”?…Йыш ҡына әхирәтемдең “үҙебеҙҙекеләр менән...”, “үҙебеҙҙекеләргә ҡайтҡанда” тип һөйләгәнен ишетәм. Кем икән улар? Үҙебеҙҙекеләр – ул яҡындарыбыҙ, бәлки, ҡан туғандарыбыҙ ҙа түгелдер, әммә ҡәҙерле кешеләр. Улар беҙҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып, хәл-әхүәлебеҙҙе һорашып, борсолоп, һәр саҡ көтөп тора. Үҙебеҙҙекеләр – ана шундай ябай һәм ихлас кешеләр...
“Үҙебеҙҙекеләр”... Бормалы юлдар, еңеү-еңелеүҙәр, юғалтыу-табыштар, әрнеү һәм шатлыҡ-ҡыуаныстар ише тәрән мәғәнәле төҫлө биҙәктәр менән хәтер һәм кеше яҙмыштарынан һуғылған балаҫ. Үҙебеҙҙең ерҙе, үҙебеҙҙең шәхсиәтте, үҙебеҙҙең үҙенсәлекте ҡәҙер итеүселәр өсөн ишек ҡапҡалары һәр саҡ асыҡ ябай өйҙәрҙә ғүмер итеүселәр...” – тип башлағайны һүҙен йәштәр менән вербатим йүнәлешендәге “Үҙебеҙҙекеләр” спектаклен ҡуйған режиссер Рима Харисова.
Нимә ул вербатим тиһегеҙме? Вербатим – 90-сы йылдар уртаһында Англияла барлыҡҡа килгән “new writing” (“яңы драма”) йүнәлешендә театрлаштырылған тамаша төрө йәки, икенсе төрлө әйткәндә, документаль театр. Латин теленән verbatim “һүҙмә-һүҙ” тип тәржемә ителә, йәғни актерҙар кешеләрҙең тормошонда булған реаль хәл-ваҡиғаларҙы төп сығанаҡҡа мөмкин тиклем оҡшаш итеп күрһәтергә, уларҙың һөйләү рәүешен, ҡыланыштарын, үҙ-үҙҙәрен тотошон үҙгәртмәйенсә, тамашасыға һүҙмә-һүҙ еткерергә тырыша.
Тап “Үҙебеҙҙекеләр” тигән үҙенсәлекле исем менән Өфө ҡалаһы Ҡунаҡһарайындағы “The TEATP” проекты сәхнәһендә ысын тормош ваҡиғаларына ҡоролған спектаклдең премьераһы булды. Бөгөн башҡорт драматургияһында яңыса алым – вербатим йүнәлеше тамашаның тәрән мәғәнәле сағыу ҡуйылышы менән бергә яҙылыу тарихы ла, ҡыҙыу эш барышы ла үҙенсәлекле.
Үткән йәй Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультеты студенттары һәм бер төркөм драматургтар ижади экспедицияға сыға. Бөрйән, Әбйәлил, Баймаҡ райондарында уларҙы халыҡ хәтерен һаҡлаған ағинәйҙәр ҡаршылай. Айырыуса әһәмиәтле ижади проекттарға булышлыҡ итеү буйынса республика Башлығы грантына лайыҡ булған “Замандаш” театр һәм фольклор экспедицияһы” проектының бер маҡсаты яҙыласаҡ пьесалар өсөн тема һәм сюжеттар, тарихи ваҡиғалар һәм персонаждар эҙләп табыу ине. Экспедиция ағзалары башҡорт ырыуҙары тарихы һәм мәҙәниәте менән дә таныша, иҫтәлекле ерҙәрҙә һәм музейҙарҙа була, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙән урындағы халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын яҙып ала. Көн һайын бер ауылда туҡтап, яңы кешеләр менән танышалар, ауыл халҡы менән ихлас аралашалар, көньяҡ-көнсығыш тәбиғәтенең матурлығын күреп һоҡланалар...
Шулай бер аҙналыҡ сәфәр һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Һәр бер мәғәнәле аралашыу, ҡапма-ҡаршы ултырып ихлас һөйләшеү экспедициялағыларҙың күңеленә уйыла, һәр ҡәҙерле мәғлүмәт ҡағыҙға теркәлә. Иҫтә ҡалырлыҡ сәйәхәт, танышыуҙар, яңы йөҙҙәр, моңһоу ҙа, шатлыҡлы ла, уйландырғыс та ваҡиғалар, кеше яҙмыштары, тормош һулышы, халыҡ булмышы, ил тарихы...
Драматургтар әйтеүенсә, сәфәр ваҡытында тупланған бай мәғлүмәт бер йәки ике пьеса эсенә генә һыйҙырып бөтөрлөк түгел. Халыҡ хәтерендә һаҡланған хазина күпкә торошло һәм ҡәҙерле. Көтөп алған һәр ҡунағына һөйөнгән, күңел кисерештәре менән уртаҡлашыр, шул ыңғайҙан бар йөрәген һалып йырлап та ебәрер, “ишетһендәр ине мине лә” тигән мөлдөрәмә тулы уйсан ҡарашлы ябай ауыл кешеләре – оло йәштәге инәйҙәр образдары...
Спектаклдең тәү маҡсаты – ҡатын-ҡыҙҙың күңел кисерештәре, борсолоуҙары, ихласлыҡтары аша бөгөнгө ауыл тормошон, оло йәштәгеләрҙең көнитмешен, халыҡ яҙмышын сағылдырыу. “Үҙебеҙҙекеләр” – тап йәйге миҙгелдә Драматургия һәм режиссура үҙәге тарафынан ойошторолған “Замандаш” экспедицияһының уңышлы хеҙмәт емеше.
Ана, сәхнәлә торған ошо “үҙебеҙҙекеләр” – үткәндәре тормош һырҙары булып йөҙҙәренә яҙылған, һәлмәк кенә баҫып йөрөгән, бәләкәй яңылыҡтан да йәм табып һөйөнгән, йөрәк-күңел моңдарын йыр аша сағылдырған аҡ яулыҡлы оло инәйҙәр... Ул кешеләрҙең беҙгә әйтер һүҙҙәре бар. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һис тә һыр бирмәгән “Гөлнәзирә” ансамбле етәксеһе – йәш йөрәкле Әминә инәй, һәр кемгә ярҙам итергә әҙер, ҡыйыу Гөлнур апай, үҫеп еткәс кенә үҙ әсәһен осратҡан сабыр йәнле Миңзәлифә инәй, матур шиғыр-ҡобайырҙар яҙған Фәхерниса инәй, бар ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған, бер аҙ аяҡтары борсоп торһа ла бирешмәҫкә тырышҡан Нәзиә инәй, ансамблдең элекке етәксеһе, көслө рухлы Роза инәй, моңло күңелле Дилә, Рәшиҙә, Сәриә инәйҙәр, ижад йәнле Диләфрүз апай, күпте күргән сабыр холоҡло Мәрфүзә инәй, хәтер һандығы хазиналары менән уртаҡлашырға теләгән Зәйтүнә инәй...
Бөтә яҙмыштар ҙа, халыҡ ижады мотивтары менән үрелеп, бер бөтөн композицияға берләшә. Яҙмыш, хәтер һәм халыҡсан рух ынйыларын һаҡлаған “үҙебеҙҙекеләр”ҙең яҡты йөҙлө образдарын Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары: Гөлли Әбдисова, Адель Вәлиуллина, Гөлсәсәк Зарипова, Анастасия Мажирина, Сәлимә Солтангәрәевалар һынландырҙы.
Һәр бер йыр “үҙебеҙҙекеләр” моңо һәм һағышы менән башҡарылды, һәр бер таҡмаҡ уларҙың әле булһа йөрәктәрендә һаҡланған һүнмәҫ дәрте менән әйтелде, һәр бер бейеү тыпырлатып йә йөҙөп, еңел баҫып халыҡсан башҡарылды. Йыр-моңда, тәрән ҡараштарҙа, ҡыланыш-килбәттәрҙә, әйтелгән һүҙҙәрҙә, һөйләнгән тормош ваҡиғаларында “үҙебеҙҙекеләр”ҙең яҙмыштары сағылды. Ошо инәйҙәрҙең күңеленән ағылған ябай моң йәнде имләне, тотош яҙмыштар сағылған тәрән ҡараштар арбаны, күҙгә йәш эркелдереп, күңелде йомшартырға, ғибрәт алырға мәжбүр итте. Ысынлап та, бик оҫта, йәнле башҡарылды ролдәр. Хатта тамашасы үҙен шул бер ауыл өйөнә оло кеше менән һөйләшергә ингәндәй хис итте.
Спектаклде әҙерләп ҡуйыуҙа “Замандаш” экспедицияһында ҡатнашыусыларҙың, студенттарҙың, уларҙы әҙерләгән режиссер-педагогтарҙың, художество етәксеһенең тырышлығы күренеп тора. Тамаша аҙағында сәнғәт институтында уҡып йөрөгән талантлы йәш актерҙар (художество етәксеһе Таңсулпан Бабичева), режиссер-педагог Рима Харисова, проект эшен ойошторған Драматургия һәм режиссура үҙәге белгестәре Әлиә Яхина, Зиннур Сөләймәнов һәм башҡа сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында фекер алышыу ойошторолдо. Ике көн рәттән барған спектаклде тамашасылар йыл ҡабул итте, ябай, әммә шундай тәрән мәғәнә һалынған сығыштар һәр кемдә оло ҡыҙыҡһыныу уятты.
Төрлө төҫтәр, төрлө йөҙҙәр, төрлө яҙмыштар... Сәхнәлә фольклор ансамбле артистарын да, халыҡ ижадының йәнле ҡотон һүндермәйсә тотоп торған, үҙ балалары, ейән-ейәнсәрҙәре тарафынан онотолған, тәүге мөхәббәт хистәрен ғүмер буйы күңел түрендә һаҡлап, тормош ҡаты һынауҙар ҡуйғанда ла бөгөлөп төшмәгән сабыр йәндәр – оло йөрәкле инәйҙәр менән күҙмә-күҙ осрашҡандай булдыҡ тамашала.
Бөгөнгө театрҙың бурысы – үҙебеҙҙең тормош ысынбарлығын сағылдырыуҙыр, моғайын. Нәфис һәм әҙәби саралар ҡулланмайынса, көндәлек тормошта ябай ғына кешеләрҙең ихлас аралашыу шаһиттары булараҡ, беҙ спектаклде үҙебеҙҙең тормоштай нисек бар, шулай ҡабул итәбеҙ, бәлки, быға хәтлем күҙгә эленмәгән нәмәләргә иғтибар итәбеҙ. Тормоштағы кеүек әле генә һин көләһең, бер секундтан күҙҙәреңдән эркелеп йәш аға. Тәбиғи хәл дә был, бер ниндәй ҡатмарландырыу, яһалмалыҡ юҡ. Бары ҡараштарҙа сағылған тәрәнлектән, һүҙҙәрҙә һынланыш тапҡан ваҡиғаларҙы ҡабул итеп күңел үҙе тәбиғи йомшара, нескәрә, һиҙгер була башлай кеүек. Шул саҡта, бөтмәҫ тормош ығы-зығыһы болғанышынан сыҡҡандай, һиҫкәнеп китеп һәр кемебеҙҙең “үҙебеҙҙекеләр”ебеҙ иҫкә төшөүе лә ысын күңелдән. Ирекһеҙҙән ҡулыбыҙға заманса аралашыу ҡорамалын алып, исемлектә күптән йәки инде бер нисә көн онотолоп торған “үҙебеҙҙекеләр” исемен һайлап, шылтыратыу төймәһенә баҫаһың...
– Хәлдәрегеҙ нисек, “үҙебеҙҙекеләр”?.. Үҙ кеше­ләрем...


Вернуться назад