Упҡын ситендә... уйын14.02.2017
Бөгөн бөтәһе лә хәл ителәсәк. Бөгөн булмаһа, алдағы шәмбелә. Чемпионатта уйнарға ҡалған ошо ике матчы һөҙөмтәләре буйынса “Салауат Юлаев”тың плей-офҡа эләгеүе-эләкмәүе билдәле буласаҡ...
Бындай хәлдең булғаны ла юҡ. Бығаса яратҡан командабыҙ Гагарин кубогы өсөн көс һынашҡан иң яҡшы 16 клуб исемлегенә ауырлыҡһыҙ ғына тиерлек инә ине. Быйыл ул упҡын ситенә килеп баҫты. Хәҙер юлаевсыларҙың яҙмышы үҙҙәренең генә түгел, башҡаларҙың да ҡулында. Сөнки ҡалған ике осрашыуҙа еңгән сүрәттә лә, ҡалғандар юғалтыуһыҙ уйнаған хәлдә беҙҙекеләрҙең турнир таблицаһында 9-сы урынға төшөүе мөмкин. Тимәк, хуш, плей-офф...
Бөгөн беҙ сәкәләшәсәк “Аҡ Барыҫ” 3-сө урында төплө нығынған, ә шәмбе ҡунаҡҡа киләсәк “Лада” бер нисек тә плей-офҡа эләгә алмай. Шуға күрә уларға йәнтәслим алышырға кәрәкмәй ҙә кеүек. Шулай ҙа был юлаевсыларға еңеү еңел биреләсәк тигән һүҙ түгел. Уны тир түгеп кенә яулап буласаҡ.


Вернуться назад