Батыр майҙанда һынала30.03.2012
Батыр майҙанда һыналаҒафури районының Сәйетбаба ауылында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, “Башҡортостан” гәзите, райондың “Табын” гәзите приздарына милли көрәш буйынса турнир ойошторолдо.
Алыш үтәсәк мәҙәниәт һарайының алды иртүк байрам төҫөн алғайны. Ҙур тәкәне ни арала килтереп өлгөргәндәр! Бер аҙҙан спортсылар йыйыла башланы. Стәрлетамаҡ егеттәре артынан ауырғазылар килеп етте. Унан — Шишмә, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән, Ишембай, Архангел батырҙары.
Ғафури районы хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров ярышта ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамсыһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, “Һау-сәләмәт тормош өсөн көрәш” проекты етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина Дмитриевка, Әлбәй Батыр майҙанда һынала(Шишмә), Абҙан, Убалар (Архангел), Урман-Бишҡаҙаҡ, Маҡар, Ҡолғона (Ишембай), Сәйетбаба, Юлыҡ, Ҡауарҙы (Ғафури) мәктәптәренә күнекмәләр үткәреү өсөн көрәш келәменә сертификат тапшырҙы.
“Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов һәм ауыл хакимиәте башлығы Рифат Баймөхәмәтов турнирға йыйылыусыларҙы спорт байрамы менән ихлас ҡотланы.
Балалар — биш, ололар өс ауырлыҡ үлсәмендә ике келәмдә көс һынашты. Ҡағиҙә ҡәтғи: еңелдеңме — ярыштан төшөп ҡалаһың. Шуға күрә көрәшселәр ҙә, Батыр майҙанда һыналауларҙың тренерҙары менән көйәрмәндәр ҙә тулҡынлана.
Көсөргәнешле алышта Ғафури, Ауырғазы райондарының, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының командалары тәүҙән үк айырылып торҙо. Был әлеге төбәктәрҙә милли көрәшкә иғтибарҙың электән ҙур булыуынан киләлер. Шуға ла финалда башлыса улар осрашты ла инде. Красноусол башҡорт гимназияһы үҫмерҙәре йылғырлыҡ йәһәтенән барыһын да һоҡландырҙы. Шәхси беренселектә үҙ үлсәмдәрендә тәүге урындарҙы тап улар — Нәзир Ғәзизов, Ғәзинур Абдрахманов, Артур Книзян, Флорид Ғибаҙуллин, шулай уҡ Ҡырмыҫҡалынан Динар Сәйфуллин яуланы. Өлкәндәр араһында Ғафуриҙан Рәйес Юлбарисов (65Батыр майҙанда һынала килограмға тиклем), Ауырғазынан Рушан Ильясов (75 килограмға тиклем), Стәрлетамаҡтан Илдар Моратовҡа (75 килограмдан ашыу) тиңләшеүсе булманы.
Ниһайәт, көтөп алынған минуттар һуҡты. Абсолют чемпион исеменә көрәш башланды. Келәмгә Илдар Моратов менән Рушан Ильсов сығып баҫҡас, зал тағы ла йәнләнеп китте.
— Илдар, һынатма! — тип ҡеүәт биреп ҡысҡырҙы кемдер.
— Рушан, еңелһәң, Ауырғазыға аяғыңды ла баҫма! — тине берәү уйынлы-ысынлы.
Батыр майҙанда һынала— Әйҙә, әйҙә!
Егеттәрҙе бөтәһе лә яҡшы белә: икеһе лә спорт мастерлығына кандидат, икеһе лә республиканың билдәле көрәшселәре. Шулай ҙа ҡайһыһы майҙан хужаһы булыр?
Рушан таһыллыраҡ булып сыҡты: бер сама айҡашҡандан һуң, ул дәғүәсеһен еңеүгә өлгәште. Уның өсөн янып-көйөп, тын алырға ла ҡурҡып ултырған яҡташтары залды көслө тауыштарға күмде:
— Афарин!
— Ана шулай!
Әйткәндәй, Рушан данлыҡлы көрәшсе Вәкил Ильясовтың затынан. Бөгөн егет БДУ-ның тарих факультетында уҡый. Биш тапҡыр Рәсәйҙең көмөш призеры, ете тапҡыр Башҡортостан чемпионы булған ул!
Уҡыусылар араһында иһә Флорид Ғибаҙуллинды еңеп, Красноусол башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Артур Книзян абсолют еңеүсе булып танылды!
Ғафури районы уҡыусылары араһында Красноусол башҡорт гимназияһы — беренсе, Имәндәш урта мәктәбе — икенсе, Йөҙимән урта мәктәбе өсөнсө урынға сыҡты. Ауыл биләмәләренән сәйетбабалар үҙҙәрен иң көслөһө итеп танытты. Ҡауарҙылар — икенсе, имәндәштәр өсөнсө урынды алды. Райондар араһында Стәрлетамаҡ егеттәре барыһының да танауына сиртте. Икенсе — Ғафури, өсөнсө — Ауырғазы.
Ғафури районынан Илназ Бәширов — “Еңеүгә ынтылыш өсөн”, Урал Хәбибуллин менән Юлдаш Ноғоманов “Иң йәш көрәшсе” тигән махсус приздарға лайыҡ булды. “Иң өлкән көрәшсе” тип билдәләнгән Уразбай Собханғолов менән Ауырғазынан Илшат Хәбибуллин “Башҡортостан” гәзитенә бушлай яҙылыу хоҡуғы менән бүләкләнде.
Венер Исхаҡов


Хәлисә КИНЙӘҒОЛОВА,
Архангел районының Абҙан урта мәктәбе директоры:
— Көрәш келәмдәре бүләк итеүҙәренә шул тиклем шатландыҡ. Булғандары туҙып бөткәс, атай-әсәйҙәре имгәнеп ҡуйырҙар тип балаларын тыйып ҡуйғайны. Киләсәктә, моғайын, беҙҙең егеттәр ҙә ошондай ярыштарҙа еңер әле.

Динар СОЛТАҠАЕВ,
Ҡырмыҫҡалы ауылының спорт мәктәбе тренеры:
— Күптән түгел беҙгә лә келәм тапшырғайнылар. Хәҙер үҫмерҙәр көрәш секцияһына ихлас йөрөй. Һөйөнөсөм менән дә уртаҡлашмаҡсымын: әлеге ярышта Динар Сәйфуллин тигән уҡыусым беренсе урынды алды.


Вернуться назад