Ысын ир-егетте һыуыҡ ҡурҡытмай01.02.2017
20 градуслыҡ һыуыҡ та, һалҡын ел дә мотоуҙыш көйәрмәндәрен ҡурҡытманы. Баш ҡаланың “Төҙөүсе” стадионына кеше күп килде.
Был миҙгелдә Өфө командаһы әллә ни уңышҡа өлгәшкәне юҡ. Суперлиганың үҙе­беҙҙәге этабында күп тапҡыр донъя чемпионы булған Николай Красников кол­лек­тивҡа әйләнеп ҡайтты. Әммә команда чемпионатында алдынғылыҡҡа өлгәшеү өсөн легендар спортсының тәжрибәһе лә етмәне.
Рәсәй чемпионатының IV этабына Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов килде. Ул еңеүселәргә һәм призерҙарға бүләк тапшырҙы. Ярыштың тәүге көнөндә лә, икенсеһендә лә Каменск-Уральск командаһы — беренсе, Тольятти спортсылары — икенсе, Стәрлетамаҡ уҙышсылары өсөнсө урынды яуланы.
Суперлига чемпионатында Өфө коман­да­һы биш мәрәй менән турнир таблица­һын­да һуңғы баҫҡыста килә. Мотоуҙыш­сы­ларыбыҙ лидерҙарҙан байтаҡҡа артта ҡалды, шуға күрә уларҙы ҡыуып етеүе икеле. Ә бына Стәрлетамаҡтан “Каустик” менән өсөнсө урын өсөн алышырға мөмкин.
Әле Башҡортостандың баш ҡалаһы яңы этапҡа әҙерләнә. Февраль аҙағында беҙҙе Европа чемпионаты көтә.

Сергей ПОНОМАРЕВ, көйәрмән:
— Спидвейҙы бик яратабыҙ. Ейәндәрем иртәгә киләсәк, сөнки бөгөн уҡыйҙар. Ярышты 30 йылдан ашыу инде ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Стадионда тыуғанмын, тип әйтһәм дә хата булмаҫ. Атайым Ҡадировтың сығыштарына даими йөрөтә ине.
Светлана ЩАДРИНА, мотоуҙышсы Никита Щадриндың әсәһе:
— Балам өсөн хәүефләнәм, әлбиттә. Һәр әсә лә быны кисерәлер, моғайын. Улымдың күҙ алдында буй еткереп, егет ҡорона инеүе, ҡыйыу шәхескә әүерелеүе һөйөндөрә.


Вернуться назад