Республикабыҙ райондарында парашют спорты үҫешә. Мәҫәлән, Хәйбуллала район етәкселеге, мәғариф идаралығы ярҙамы менән Юнармия штабы ойошторолғайны. Ошо ойошма нигеҙендә йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү һәм уларҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү үҙәге асылды. Уның эш майҙансығы тип Йәнтеш ауылы мәктәбе билдәләнде.Әле Йәнтештә парашют-десант әҙерлеге класы менән таныштырыу сараһы уҙҙы. Унда район хакимиәте вәкилдәре, мәктәп директорҙары, десант ғәскәрҙәре ветерандары ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов Ҡораллы Көстәргә хеҙмәткә әҙерләү, хәрби рухты нығытыу, тарихты өйрәнеү йәһәтенән секцияның әһәмиәтен билдәләне.
– Парашют секцияһына теләге булған һәр кеше йөрөй ала, – тине үҙәкте ойоштороусыларҙың береһе, ДОСААФ-тың төбәк бүлексәһе белгесе Олег Комянин. – Иң элек һауа-десант әҙерлеге ойоштороласаҡ. Дәрестәр кластарҙа, Йәнтеш ауылындағы үҙәктә уҙғарыласаҡ. Уҡыу курсын тулыһынса үҙләштергәндәр имтихан тапшырасаҡ.
Әйткәндәй, тәүге дәрестәр февралдә башлана. Әле 30 кеше унда йөрөү теләген белдергән.