Түбән тәгәрәйбеҙ...31.01.2017
Башҡа клубтарҙың да проблемалары быуа быуырлыҡ. Әммә уларҙы нисектер хәл итәләр. Беҙҙең “Салауат Юлаев” ҡына артҡа сигенгәндән-сигенә.
Мәҫәлән, Ярославль ҡалаһының “Локомотив”ының да йәрәхәтләнгән хоккейсылары күп. Шунлыҡтан ҡайһы берәүҙәр хатта бер юлы ике звенола уйнаны. Тик улар үҙҙәренең өлөшөнә тейгән күпселекте оҫта файҙаланды, ә юлаевсылар – юҡ. Һөҙөмтәлә рәттән алтынсы тапҡыр еңелеү (3:5).
Ә бына “Северсталь” менән осрашыуҙа ике яҡ та күпселекте уңышлы уҙғарҙы. Иҫәп тигеҙ булғас, командаларҙы овертайм көтә ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юлаевсылар бәхетенә булманы ул. Сираттағы отолоу – 2:3.
Өфөләр үҙҙәрен ҡыйын хәлгә ҡуйҙы. Миҙгел аҙағынаса ни бары дүрт матч ҡалды, ләкин кемдәр менән бит! СКА, ЦСКА, “Аҡ Барыҫ”... “Лада” ла, ғәҙәттә, беҙгә ҡаршы шәп уйнай. Беҙгә хәҙер еңелергә ярамай, сөнки ул саҡта плей-офҡа эләкмәү хәүефе янай.


Вернуться назад