Быйылға өмөт юҡ27.01.2017
Юҡ, быйыл Гагарин кубогына өмөт юҡ. Дүрт-биш кешенең тырышлығы менән генә алыҫ китеп булмай шул.
Илдәге башҡа көйәрмәндәр “Салауат Юлаев”тың матчтарын күңелдәре булып күҙәтһә лә, беҙҙекеләргә бер ҙә көлкө түгел. Өфөләр өс шайбаға алда барһа ла, уйын улар файҙаһына бөтөүен аңлатмай был. Шулай уҡ еңел генә үҙҙәренең ҡапҡаһына гол индертеп, еңелеп ҡуйыуҙары бар.
Мәскәүҙең “Динамо”һы менән осрашыу бөтөнләй хәйерһеҙ башланды. Тәүҙә үк ҡапҡабыҙға ике шайба инеп ятты. Кирилл Капризов һәм Игорь Григоренко тырышлығы менән иҫәп тигеҙләнде лә ул, артығына көстәре, оҫталыҡтары етмәне шул. 2:6 – рәттән бишенсе отолоу.
Чемпионат аҙағынаса алты уйын ҡалды. Плей-офҡа эләгербеҙ ҙә ул, бындай хәлдә унда ни эшләмәк кәрәк?