Тартҡан атҡа йөктө күберәк тейәйҙәрме?25.01.2017
Аптырарһың был юлаевсыларға. Дүрт көн ял да иттеләр буғай, ә һаман уйындарын яйға һала алмайҙар. Киреһенсә, шул арала “Йондоҙҙар матчы”нда ҡатнашҡан хоккейсыларыбыҙ арыу-талыу белмәй.
Ял көндәрендә ошо сәбәпле бушамаһалар ҙа, дүшәмбе ике шайба индергән Кирилл Капризовты, бер тапҡыр уңышҡа өлгәшкән Захар Арзамасцевты, ауырып торһа ла боҙға сығып, ике һөҙөмтәле пас биргән Линус Умаркты күҙ уңында тотоп әйтәм. Әлбиттә, тартҡан атҡа йөктө күберәк тейәйҙәр. Шулай ҙа башҡалар ҙа икмәген бушҡа ашамаҫҡа тейештер бит. 3:0 иҫәбенә еңеп барып та һуңынан отолоп ҡуйыуҙы башҡаса нисек аңларға?
“Витязь” менән осрашыуҙа штраф ваҡыты алыу күпте хәл итте. Хужалар ике шайбаһын да тап күпселектә керетте. Иҫәпте тигеҙләгәс, улар овертаймда ла сосораҡ, етеҙерәк күренде. Эш буллиттарға барып еткәс, беҙҙең бер аҙ өмөт уянды, сөнки ғинуар башында дәғүәселәрҙең төп ҡапҡасыһы йәрәхәт алғайны. Тимәк, Игорь Сапрыкиндың тәжрибәһеҙлегенән файҙаланырға була... Ләкин өфөләр ни уның ҡапҡаһына бер шайба ла индермәне, ни үҙебеҙҙекен һаҡлай алманы. 3:4 – йәнә еңелеү.