Йылына бер атҡан мылтыҡтың ни кәрәге бар?18.01.2017
Өфө ҡалаһы ҙур хоккей байрамы сиктәрендә гөр килеп торғас, “Салауат Юлаев” уйындарын ситтә уҙғарырға мәжбүр. Әле уларҙың юлы Ҡаҙағстанға төштө.
Хәйерле башланғайны ла матч. Юлаевсы Томаш Мертл иҫәпте асып ебәрҙе. Әммә “Барыҫ” хоккейсылары уны тигеҙләп кенә ҡалманы, йәнә ике шайба индереп, алға сығып та китте – 3:1. Беҙҙекеләрҙән Максим Майоров бер гол кереткәс, өмөт уянғандай булды.
Ә иҫәпте кем тигеҙләнеме? Ышанаһығыҙмы-юҡмы, миҙгелдә тәүге шайбаһын индергән Александр Нестеров. Ғөмүмән, был һөжүм итеүсе йылына бер нисә генә гол керетә. Былтыр дүрт тапҡыр уңышҡа өлгәшкәйне.
3:3. Йәнә овертайм. Юлаевсыларҙың осрашыу һайын тиерлек өҫтәмә ваҡытта уйнағандарына өйрәнеп тә бөтөлдө инде. Әммә быныһы оҙаҡҡа һуҙылманы – беҙҙең һаҡсыларҙың яй ҡыланыуы арҡаһында хужалар еңеү шайбаһын индерҙе. Исмаһам, бөгөн Ҡазанда йүнле уйын күрһәтербеҙме-юҡмы...