Ғинуар башында ҡатнаш көрәш сәнғәте буйынса профессиональ спортсы, яҡташыбыҙ Илфат Әмиров судьяларҙың берҙәм ҡарары менән Ҡытайҙа WLF сиктәрендә уҙған ярышта еңеүсе тип танылды. Сара Ченьжоу ҡалаһында үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты сәфәр йомғаҡтары буйынса йәш чемпион менән матбуғат конференцияһын ойошторҙо.Илфат әйтеүенсә, көрәштә 26 ҡытай спортсыһы һәм 26 башҡа дәүләт вәкиле ҡатнашҡан. Ул илебеҙҙән берҙән-бер спортсы булған, бер үк ваҡытта Рәсәй, шулай уҡ Башҡортостан исеменән сығыш яһаған. 27 йәшлек Илфат 70 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһына инә. “Башҡорт” ҡушаматлы спортсы еңеүсе кубогын ҡамсат бүрек кейеп алған. Аҡсалата бүләкте Илфат спорт карьераһын артабан үҫтереүгә тотонорға ниәтләй.
– Мин Күмертауҙа тыуғанмын. Тәүге еңеүем – тыуған ҡаламда дзюдо буйынса ярыштарҙа өсөнсө урын яулауым. Ул саҡта миңә 11 йәш ине. Артабан Ишембайҙағы кадет корпусында уҡыным. Көрәш менән шунда шөғөлләнә башланым, – тип хәтерләй Илфат. – Ил кимәлендә тәүге награданы 2008 йылда панкратион буйынса Бөтә Рәсәй турнирында алдым.
Илфат Әмиров – ҡатнаш көрәш сәнғәте, грепплинг буйынса Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе. Ҡатнаш көрәш сәнғәте менән ул 2007 йылда, Мәскәүгә күскәс, шөғөлләнә башлай. Үҙәк күнекмәләр базаһы ла ошонда урынлашҡан. Йәш спортсы бер үк ваҡытта БДУ-ның тарих факультеты аспирантураһында уҡып та өлгөрә.
Илфат Америкала сығыш яһарға хыяллана.
– Көрәшсе өсөн иң мөһиме – ул түҙемлек. Башта еңелергә лә тура килде, әммә был мине туҡтатманы. Әле йәшмен, шөғөлөмдө ташламаясаҡмын, – ти спортсы.