15 ғинуарҙан 22-һенә тиклем “Өфө-Арена” илдең төп спорт үҙәгенә әйләнде. Континенталь хоккей лигаһының “Йондоҙҙар матчы” туғыҙынсы тапҡыр ойошторолһа ла, баш ҡалабыҙҙа ул тәүгә уҙа. Әммә был сара хоккей тарихына эре хәрефтәр менән яҙып ҡуйыласаҡ, сөнки элек ике көнгә һыйған байрам беренсегә Хоккей йондоҙҙары аҙнаһы рәүешендә үтә. Хәйер, күп саралар беҙҙә тәүгә була. Мәҫәлән, 17-19 ғинуарҙа следж-хоккей буйынса Континент кубогына халыҡ-ара турнир уҙа, 19-ында – Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының “Йондоҙҙар матчы”. Аҙна аҙағында, 22 ғинуарҙа, КХЛ-дың “Йондоҙҙар матчы” ла яңы форматта ойоштороласаҡ: дүрт дивизионды кәүҙәләндергән дүрт команда (элек көнсығыш һәм көнбайыш конференцияларҙан ике йыйылма команда ғына уйнай ине) еңеү өсөн сәкәләшәсәк.
Хоккей йондоҙҙары аҙнаһын тантаналы асыуҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Артынса Йәштәр хоккей лигаһының “Саҡырыу кубогы”на матч уҙҙы. Унда “Көнсығыш” командаһы составында Өфө тәрбиәләнеүселәре – данлыҡлы яҡташыбыҙ Николай Цулыгиндың улы Кирилл Цулыгин һәм Никита Цыркуль да уйнаны. Йәл, беҙҙекеләр буллит буйынса 1:2 иҫәбенә отолоп ҡуйҙы. “Көнбайыш” командаһынан ике гол индергән Андрей Алтыбармакяндың ҡулындағы бармаҡтары, ысынлап та, бишәү генә түгел тиерһең...
Шулай ҙа Кирилл Цулыгин, һөҙөмтәле пас биреп, осрашыуҙың иң яҡшы дүрт уйынсыһы исемлегенә инде һәм аҙнаның йомғаҡлау өлөшөндә – КХЛ-дың “Йондоҙҙар матчы”нда ҡатнашыу хоҡуғын яуланы. Афарин!
Шул уҡ ваҡытта, кемдәр “йондоҙҙар” командаларына эләкмәгән, улар өсөн тәнәфес юҡ – КХЛ чемпионаты дауам итә. “Салауат Юлаев” Түбәнге Новгородтың “Торпедо”һынан 1:6 иҫәбенә ҡыйратылғас, кисә Ҡаҙағстандың “Барыҫ”ы менән осрашты. Их, байрам кәйефен боҙмаһындар ине ул...