Хуш бул, Универсиада!28.03.2012
Өфө районының Йоматау ҡасабаһында саңғыла спорт ориентиры буйынса уҙыш тамамланды.
Ярышта Себер федераль университеты (Красноярск крайы) командаһына тиңләшеүсе булманы. Силәбенең Көньяҡ Урал дәүләт университеты пьедесталдың – икенсе, Томск милли-тикшеренеү политехник университеты өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелде.
Шәхси уҙышта ҡатын-ҡыҙҙар араһында Ольга Новикова (Көньяҡ Урал дәүләт университеты) үҙен иң көслөһө итеп танытты. Икенсе – Алена Трапезникова (Амурҙағы Комсомольск дәүләт техник университеты), өсөнсө – Наталья Ғәлиева (Себер федераль университеты).
Егеттәр араһында Илья Лебедев (Себер федераль университеты) тәүге урынды яуланы. Сергей Белоусов (Томск милли-тикшеренеү политехник университеты) унан саҡ ҡына ҡалышты. Егор Зорин (Көньяҡ Урал дәүләт университеты) өсөнсө булып килде.
Шулай итеп, II Бөтә Рәсәй ҡышҡы универсиадаһы уйындарының финал ярыштары тамамланды. Унда Рәсәйҙең 36 төбәгендәге 58 уҡыу йортонан 775 спортсы, 189 тренер ҡатнашты.
Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йыйылған егеттәр, ҡыҙҙар биатлон, тау саңғыһы, сноуборд, коньки, спорт ориентиры, хоккей буйынса көс һынашты. Универсиадала еңеүселәрҙе киләсәктә Европа, донъя чемпионаттарында, олимпиадаларҙа күрергә яҙһын.
И. ХАҠОВ.


Вернуться назад