Беҙ йәштәргә ышанғайныҡ!13.01.2017
Йәнә ҡурҡыныс төш күргән кеүекбеҙ. Уйын башланып өлгөрмәне, юлаевсылар еңелеп тә бара. Мәскәүҙең “Спартак” командаһы 2:0 иҫәбенә алға сыҡты...
Күпме шул тырмаға баҫырға була! “Йоҡо”нан уянырға ваҡыттыр бит... Тәүге осорҙан һуң тәнәфестә баш тренерыбыҙ сисенеү бүлмәһендә хоккейсыларға ни әйткәндер, фаразлауы ла ҡурҡыныс. Һәр хәлдә баштарынан һыйпамағандыр.
Әммә икенсе осорҙа беҙҙекеләр боҙ өҫтөндә уҡтай оса ине инде. Томаш Мертл иҫәпте асып ебәрһә, йәштәр араһындағы донъя чемпионатынан ҡайтып төшкән Кирилл Капризов көстө тигеҙләне. Бер аҙҙан тағы бер шайба­һын индерҙе. Артабан иптәштәренә йәнә ике һөҙөмтәле пас бирҙе. Матчта өфөләр 5:3 иҫәбенә еңеү яуланы.
Әле яңы ғына юлаевсыларҙың уңышһыҙлығына зарланып, йәштәргә өмөт бағлағайныҡ. Яңылышмағанбыҙ. Командабыҙ составындағы Кирилл Капризовтың һәм уның тиҫтерҙәренең киләсәктә лә “дилбегә”не үҙ ҡулдарына алыуын теләйбеҙ. Хоккей – етеҙ уйын. Уяулығыңды юғалтһаң, еңеү үренә илткән юлда һине көтөп тормайҙар.



Вернуться назад