Өфөгә хоккей йондоҙҙары килә11.01.2017
Өфөгә хоккей  йондоҙҙары килә 15 – 22 ғинуарҙа Өфөлә Континенталь, Йәштәр һәм Ҡатын-ҡыҙҙар лигалары миҙгелендәге төп ваҡиғаларҙы берләштергән өр-яңы юҫыҡта “Хоккей йондоҙҙары аҙналығы” үткәрелә.
Ул Башҡортостанда балалар һәм адаптив спортты үҫтереүгә этәргес бирәсәк.
Баш ҡалабыҙ ҡунаҡтарҙы 13 ғинуарҙа уҡ ҡаршылай башлаясаҡ. Беренсе булып боҙға иң йәш спортсылар – Анатолий Тарасов исемендәге “Алтын шайба-2017” турнирында ҡатнашыусылар сыға. 15 ғинуарҙа буласаҡ хоккей трилогияһының төп ваҡиғаһы – “Йәштәр хоккей лигаһы саҡырыуы кубогы”на тиклем Владимир Юрзиновтың оҫталыҡ дәрестәре, танылған “Молодежка” сериалында ҡатнашыусылар менән әңгәмәләр планлаштырыла. 16 ғинуарҙа иһә Башҡортостандың Балалар хоккей лигаһы, Өфө хоккей лигаһы уйындары үтәсәк, “Алтын шайба” дауам итәсәк.
17 – 19 ғинуарҙа Өфөлә Рәсәй, Италия, Ҡытай һәм Чехия командалары ҡатнашлығында следж-хоккей буйынса Халыҡ-ара континент кубогы ойошторола. Әйткәндәй, Башҡортостан спортсылары бындай турнирҙа тәүге тапҡыр ҡатнаша.
19 ғинуарҙа баш ҡала тарихында тәүге тапҡыр “Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы йондоҙҙары матчы” үтәсәк. “Көнбайыш” “Көнсығыш”ҡа ҡаршы форматында ойошторолған уйында Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһындағы иң оҫта һәм иң сағыу 17 хоккейсы ҡатнаша. “Ағиҙел” клубының баш тренеры Денис Афиногенов Көнсығыш йыйылма командаһына етәкселек итәсәк.
21 ғинуарҙа “Оҫталыҡ-шоу” үткәрелә, ә 22 ғинуарҙа иһә аҙналыҡтың төп ваҡиғаһы – “Континенталь хоккей лигаһы йондоҙҙары матчы” көтә. Ул Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.


Вернуться назад