Шайбалар һәм уйынсыҡтар “ямғыры”30.12.2016
Был һанды ҡулға алғанда, йылдың иң-иң һуңғы уйыны ла үткән, көйәрмәндәрҙе Ҡыш бабай ҙа ҡотлаған, боҙ аренаһы йомшаҡ уйынсыҡтарға ла күмелгән булыр инде. Һүҙ “Салауат Юлаев”тың кисә уҙған матчы тураһында.
Яңы йыл байрамы алдынан аҙаҡҡы осрашыуҙа ғәҙәт буйынса “Өфө-Арена”ла боҙға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу сыға, ә уйын ҡарарға килгән кешеләр йомшаҡ уйынсыҡ һатып алып, иң һуңынан уларҙы майҙансыҡҡа ташлай. Шул рәүешле йыйылған бүләктәр артабан балалар йорттарына, приюттарға оҙатыла.
Был юлы юлаевсылар алдына ғәйәт мөһим бурыс ҡуйылған. Беренсенән, декабрь айында уларҙың бер генә тулы рәүешле еңеүе лә юҡ, гел мәрәй юғалттылар. Бына “Лада”нан да 4:6 иҫәбенә отолоп ҡуйҙылар. Икенсенән, дәғүәсе лә кем бит әле! Күрше өлкәләге Магнитогорскиҙың “Металлург”ы!
Тимәк, еңелергә һис ярамай. Шуға өмөт итәйек, юлаевсыларҙан байрамға шәп бүләк көтәйек.