“Беҙҙең асылыбыҙ – ғәҙел еңеү”27.12.2016
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бразилияла үткән XXXI йәйге Олимпия уйындары һәм XV йәйге Паралимпия уйындары программаһына индерелгән бөтөн спорт төрҙәре буйынса, Бөтә Рәсәй спорт уйындары буйынса ярыштарҙа ҡатнашып, уңышҡа ирешкән спортсыларға дәүләт наградалары тапшырҙы. Йәмғеһе 33 спортсы һәм тренер бүләкләнде.
Спортсылар һәр яҡлап теүәллек ярата. Тантанаға ла барыһы ла алдан йыйылған. Зал гөрләп тора. Бындай йәнлелекте күптән күргән юҡ. Спортсылар үҙҙәренең һуң­ғы уңышын барлай, бер-береһен еңеүҙәре менән ҡотлай. Ә бына тренерҙар донъялағы сәйәси хәл тураһында һөйләшеп алғандан һуң тиҙҙән асыласаҡ спорт объект­тарына күсте. Ҡасан, ҡайҙа ниндәй бассейн, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, боҙ ареналары асыласағын хәбәр итеп, ҡыуанып һөйләйҙәр.
Тантана башланды. Төбәк етәксеһе залдағыларҙы тәбрикләп:
– Бөгөн залда – беҙҙең күренекле спортсыларыбыҙ. Һеҙ илебеҙгә, республикабыҙға миҙалдар ғына алып ҡайтманығыҙ, ә сит тарафтарҙа илебеҙ данын лайыҡлы яҡланығыҙ, – тине һәм спорт объекттарының төҙөлөшө менән таныштырҙы.
Саҡмағош районында боҙ аренаһы асылды. Бүздәктә физкультура-һауыҡтырыу комплексы эшләй башлаясаҡ. Киләһе йыл баш ҡаланың Затон биҫтәһендә бер нисә бассейнды үҙ эсенә алған спорт комплексының беренсе сираты сафҡа инәсәк. Был объектты тулыһынса 2018 йылда тамамларға ниәтләйҙәр. Рәсәйҙең Фехтование федерацияһы менән килешеү нигеҙендә Өфөлә был спорт төрөн үҫтереү маҡсатында яңы үҙәк төҙөргә планлаштырыла. Ғөмүмән, йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыу өсөн республикала барыһы ла эшләнә.
– Бөгөн спортҡа һылтанып, сәйәси уйындар ойоштороу­сылар ҙа бар. Допинг менән көрәштең яңы кимәлгә сыҡҡанын күреп торабыҙ. Беҙҙең асылыбыҙ иһә – ғәҙел еңеү! Шуға артабан да ғәҙел эшләргә һәм йәшәргә кәрәк. Һеҙгә бөтөн ил, республика ҡарап тора, яңы уңыштар көтә, – тине Рөстәм Зәки улы.
Бүләкләнеүселәр араһынан Өфө ҡалаһындағы олимпия резервына ингән 7-се мәктәптең спортсы-инструкторы Андрей Коптев республика Башлығына рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
– Беҙ Олимпиадаға дүрт йыл әҙерләндек. Әммә билдәле сәбәптәр арҡаһында уйындарҙа ҡатнаша алманыҡ. Бөтөн паралимпия спортсылары исеменән беҙҙең өсөн иң ауыр булған ошо осорҙа ярҙам күрһәткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Ҡул ҡаушырып ултырырға ваҡытыбыҙ юҡ. Әле 2020 йылда үтәсәк Олимпия уйындарына әҙерлекте башланыҡ. Бында инде бөтөн донъяға Рәсәй командаһынан да көслөрәге юҡ икәнен иҫбатлаясаҡбыҙ! – тине Андрей.


Вернуться назад