Шахматсылар йылды теүәлләне21.12.2016
Шахматсылар йылды теүәлләне Тиҙ шахмат буйынса Башҡортостан Республикаһы кубогы уҙып барған йылда төбәк шахматсылары өсөн һуңғы иң ҙур спорт сараһы булғандыр, моғайын. Өс көн дауамында улар еңеү өсөн көс һынашты.
Ир-егеттәр араһында халыҡ-ара мастер Евгений Калегин беренселекте бирмәне. Ул, 9,5 мәрәй яулап, турнир таблицаһының беренсе баҫҡысына сыҡты. Калегин менән бергә призерҙар иҫәбенә тәжрибәле спортсылар Владислав Төхвәтуллин (8,5 мәрәй) һәм Игорь Затоковенко (8 мәрәй) инде.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында турнир йомғаҡтары ир-егеттәрҙекенән ҡырҡа айырылды. Бында еңеү өсөн, нигеҙҙә, йәш шахматсылар ҡатнашты. Уларҙың күбеһенә 16 йәш тә тулмаған. Алтын һәм көмөш миҙалдар Шишмә ҡасабаһынан килгән гүзәл заттарға эләкте. Иң ҙур һөҙөмтә Камилла Байбуринала. Был ғәжәп түгел. Күптән түгел генә ҡыҙ Волга буйы федераль округында чемпион исемен яулағайны. Икенсе урында – уның яҡташы Айгөл Каспранова, өсөнсөлә иһә – Өфөнән Арина Иванова.


Вернуться назад