Күрмәгәндең күргеһе килә21.12.2016
Күрмәгәндең күргеһе килә Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа ла, тотош илдә лә туризмды үҫтереү кәрәклеге тураһында һөйләйбеҙ, ошо йүнәлештә күп кенә эштәр башҡарабыҙ. Ә урындағы халыҡҡа был кәрәкме икән?..
Рәсәйҙә элек-электән туристарҙы йәлеп иткән маршруттар бар. Мәскәү яғында – “Алтын ҡулса”, Санкт-Петербург ҡалаһы үҙе бер музейға торошло, Сочи тирәһендә – Ҡара диңгеҙ, Иркутск өлкәһендә – Байкал күле... Уларҙа йыл әйләнәһенә миллионлап турист була, сит илдәрҙән дә күп киләләр.
Был йүнәлештең килемле икәнен белеп, бүтән төбәктәр ҙә үҙҙәрендә туризмды үҫтерергә тырыша. Ҡайҙалыр тәбиғәт ҡомартҡыларына экскурсияны алғы планға сығарһалар, икенсе ерҙә ниндәйҙер легенда, риүәйәт менән халыҡты ҡыҙыҡһындыралар. Мәҫәлән, Карелиялағы Рускеала карьеры бығаса ташландыҡ урын була. Әммә һуңғы бер нисә йылда унан бына тигән таулы парк яһайҙар. Хәҙер унда ағылған кешеләр һаны артҡандан-арта.
Нимә генә тиһәң дә, төбәктәрҙә туризмды үҫтереү – ул ҡаҙнаға өҫтәмә керем, урындағы халыҡҡа иҡтисади табыш. Төбәк хакимиәттәре ҡуртым хаҡы, һалым иҫәбенә байыһа, кешеләр – ризыҡ, төрлө кәсеп, йола өлгөләре тәҡдим итеп аҡса эшләй. Күберәк кеше килеп киткән һайын отошлораҡ, эйеме? Тимәк, бынан барыһына ла файҙа ғына түгелме?!
Юҡ икән шул. Бына Италиялағы күренекле туризм үҙәге – һыу эсендә ултырған Венеция ҡалаһы халҡы туристарҙың “баҫып алыуына” ҡәтғи ҡаршы. Быйыл улар ай һайын ҡаршылыҡ акциялары үткәргән. Һуңғыһында хатта “Һау бул!” тигән яҙыулы сумаҙандар күтәреп сыҡҡандар. Йәнәһе лә, күсеп китеп баралар. Ысынлап та, туҡтауһыҙ туристар ағымы уларҙың көндәлек тормошон ағыулай. Венеция халҡы йыл һайын мең кешегә кәмеп тора – улар башҡа урынға күсеп китә. Ысынлап та, уйлап ҡарағыҙ, ҡалаға йыл да 20 миллион турист килә. Бар шарттар улар мәнфәғәтендә ойошторолған. Әлбиттә, хаҡтар ҙа ныҡ юғары. Һөҙөмтәлә урындағы халыҡ яфа сигә, үҙен ситләтелгән, кәмһетелгән итеп тоя.
Ҡаршылыҡ акциялары арҡаһында ҡала власы туристар өсөн сикләүҙәр индерергә уйлай. Ләкин был еңел эш түгел, законға ла ҡаршы килә, сөнки Венеция хәрби йәки оборона объекты түгел, бында карантин да индерелмәгән.
Иғтибар итһәгеҙ, йәйгеһен диңгеҙ буйына ялға барһаң, шул күҙгә ташлана: туристар көн оҙоно һыу инһә, яр буйында ҡыҙынһа, экскурсияға йөрөһә, урындағы халыҡ шул диңгеҙгә барып та әйләнмәй тиерлек. Йортоноң бер өлөшөнә тығыҙланыбыраҡ урынлашып, ҡалғанын килеүселәргә ҡуртымға биреүҙәре лә ҡунаҡсыллыҡ билдәһе түгел, ә ошо миҙгел эсендә аҡса эшләп ҡалыу мөмкинлеге генә. Ярай, улар башлыса 4-5 айға түҙә, Венецияны иһә халыҡ йыл әйләнәһенә күргеһе килә...
Ә бит беҙҙең илдә лә шулай уйлаған кешеләр бар. Алыҫ Көнсығыштағы Камчаткаға туристик турҙар бик ҡыйбат. Алыҫ ятҡанға ғынамы? Юҡ. Ундағы етәкселек тә, халыҡ та туристарҙың ныҡ күбәйеүенә ҡырҡа ҡаршы. Уникаль тәбиғәт ҡомартҡыларына артыҡ көс төшөүенән ҡурҡа улар. Йылына 400 мең турист етә, тиҙәр.
Беҙҙә лә ошоға оҡшаш миҫалдар бар. Әбйәлил районының Хәмит ауылы оло юлдан 18 километр ситтә ята. Ысынмы-юҡмы, ауыл халҡы махсус рәүештә юлға асфальт түшәтмәй ҡалған, тиҙәр. Йәнәһе, үткән-һүткән һәр кем һуғылып йөрөмәһен. Юғиһә был район үҙенең яҡшы юлдары менән дан ҡаҙанған да бит...
Бүтән төбәктәрҙә лә йәй миҙгелендә ҡырағай туристарҙан биҙрәп торалар. Улар бысратып, боҙоп киткәнде аҙаҡ өмә яһап таҙалайҙар, төҙәтәләр. Ғөмүмән, элек тә ҡаланан килеп, еләк, бәшмәк йыйғандарҙы өнәмәй торғай­нылар, сөнки “саҡырылмаған ҡунаҡтар” оятһыҙ ҡыланып, сабынлыҡтарҙы тапап ҡайтып китә ине.
Бәлки, шуғалыр ҙа урындағы халыҡ туристарҙы ҡолас йәйеп ҡаршы алып, ризыҡ-фәләнен, утынын, һыуын тигәндәй тәҡдим итеп бармайҙыр. Әлбиттә, үҙ эшен асҡан йүнселдәр ситтән ҡунаҡтар­ҙы йәлеп итергә тырыша. Үҙенә эшләгән кеше аҡса һанай белә бит инде. Ә башҡаларҙың тыуған төйәктең бәҫе китеүенә йәне әрней.
Юҡҡа ғына таяҡ ике башлы була тимәйҙәр. Ҡасандыр Венеция халҡы ла туризм үҙәге булғандарына ҡыуанған­дыр, аҙмы-күпме табыш алғандыр. Әммә бөгөн килеп улар матди байлыҡтан да баш тартырға риза. Рухи байлыҡ, йән тыныслығы, күңел бөтөнлөгө барыһынан өҫтөнөрәк – мәңгелек шул...


Вернуться назад