Беҙҙә лә футбол бар!14.12.2016
Республика йортонда төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, “Өфө” футбол клубы президенты Марат Мәһәҙиев, клубтың генераль директоры Шамил Ғәзизов, команданың элекке баш тренеры Виктор Гончаренко һәм өлкән тренер Сергей Томаров менән осрашты.
Башҡортостан етәксеһе, Виктор Гончаренкоға “Өфө” футбол клубы тренеры булып уңышлы эшләгәне өсөн рәхмәт белдереп, ЦСКА-ның баш тренеры вазифаһында яңы ҡаҙаныштар теләне. Уның тырышлығы менән команда Премьер-лиганың турнир таблицаһы уртаһында ныҡлы урынлашты.
— Алда бик күп эш көткәнен, юлдың башында ғына барғаныбыҙҙы аңлайым. Бәлки, асыҡтан-асыҡ ҡыуанырлыҡ нәмәләр ҙә юҡтыр. Шулай ҙа Башҡортостанда футбол барлығын барыһы ла күрҙе. Беҙ уның үҫешенә ныҡлы этәргес бирҙек. Бөгөн секциялар йәштәр менән тулды, йөҙҙәрсә малайҙар һәм ҡыҙҙар футбол майҙансығына сыға, — тине Рөстәм Хәмитов.
Республика Башлығы Виктор Гончаренкоға Рәхмәт хаты тапшырҙы. Клуб етәкселеге менән ул 2016-2017 миҙгелдең икенсе яртыһында команда алдында торған бурыстарҙы тикшерҙе.


Вернуться назад