Бөртөкләп йыйыла... мәрәй13.12.2016
Көйәрмәнгә күңелһеҙләнергә бирмәй юлаевсылар. Уларҙың рәттән һуңғы дүрт уйынында еңеүсе йә овертайм, йә буллит һуғыуҙа билдәләнде. Һөҙөмтәлә һәр матчта бер йәки ике мәрәй генә йыйырға мөмкин булды.
Хатта бығаса бер тапҡыр ҙа өҫтәмә ваҡытта уйнамаған Ҡытай командаһын да Өфөлә беҙҙекеләр шундай алышҡа саҡырҙы. Әммә үҙҙәре отолоп ҡуйҙы. Буллит һуғыуҙа ҡунаҡтар шәберәк булып сыҡты (4:5).
Артабан Хабаровскиҙың “Амур”ы менән эште овертаймға алып барып еткерҙеләр. Ярай әле оҙаҡ ҡына йәрәхәтен дауалап, ниһайәт, боҙға сыҡҡан капитаныбыҙ Игорь Григоренко хәл иткес шайбаны индереп ҡуйҙы (4:3).
15 – 18 декабрҙә КХЛ-да тәнәфес. Был осорҙа Евротурҙың Мәскәү этабы уҙа.