Уҡ-һаҙағығыҙҙы әҙерләгеҙ, мәргәндәр!06.12.2016
Уҡ-һаҙағығыҙҙы әҙерләгеҙ, мәргәндәр! “Башҡортостан” гәзите “Любизар” 1-се башҡорт атлы полкы” хәрби-тарихи клубы һәм Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы менән берлектә үҙенең 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан республика традицион уҡ атыу бәйгеһен уҙғара. Сара халҡыбыҙҙың милли шөғөлдәренең береһе булған уҡ атыуҙы тергеҙеү, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, уҡ атыу оҫталығын камиллаштырыу һәм Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһына инәсәк иң мәргән спортсыларҙы һайлап алыу маҡсатында ойошторола.
Традицион уҡ атыу сәнғәте Рәсәй төбәктәрендә һәм Евразияның көнсығыш илдәрендә милли спорт уйыны булараҡ танылыу алған. Бигерәк тә Азияла ул күсмә халыҡтарҙың иң боронғо сәнғәт төрө, милли шөғөлө булараҡ ҙур әһәмиәткә эйә, һаҡлауға һәм үҫтереүгә мохтаж.
Һуңғы ярты йылда Башҡортостанда ла традицион уҡ атыуға етди иғтибар бирелә башланы. Башҡорт уҡсыларының мәргәнлеге хаҡында Яныбай Хамматов үҙенең “Төньяҡ амурҙары” тарихи романында “1812 йылда Париждан ҡайтып барышлай һыбайлы башҡорт һуғышсыларының береһе, Пруссия кенәзе Карл Гюнтер күрһәткән сиркәүҙең оҙонсай көмбәҙенең ҡап урта өлөшөнә тоҫҡамай-нитмәй атып, Шварц халҡын таң ҡалдыра” тип яҙа. Билдәле булыуынса, сиркәү башняһына ҡаҙалған уҡ, сереп һынғас, Наполеонға ҡаршы һуғышҡан башҡорт һуғышсыларының мәргәнлеге һәм тарихи ваҡиғаларҙың иҫтәлеге итеп Хайдексбург ҡәлғәһенә һаҡлауға бирелә.
Уйлап ҡараһаң, үткән быуаттарҙа башҡорт ир-егеттәренең мәргәнлеген иҫбатлаған ошондай яҙмалар халыҡтың шанлы үткәне, милли йолалары, шөғөлдәре тураһында һөйләй. Хәҙер иһә халыҡтың ошо уҡ атыу оҫталығы милли спорт уйыны булараҡ тергеҙелә. Заман күҙлегенән үткәндәргә ҡараш ташлап, милли булмышыбыҙҙың асылын аңларға, үҙебеҙҙең халыҡсанлыҡты, рухи ҡөҙрәтебеҙҙе танырға мөмкинлек бирә. Быйыл йәй һәм көҙ айҙарында үткәрелгән “Мәргән уҡсы” республика традицион уҡ атыу фестивале, Күсәрбай Аҡсулпанов кубогына турнир ошо хаҡта һөйләй.
Ойоштороласаҡ традицион уҡ атыу бәйгеһенә милли спорт уйындары менән ҡыҙыҡһынған һәр кемде саҡырабыҙ. Ярыш 2017 йылдың 6 ғинуарында баш ҡалалағы Мостай Кәрим исе­мендәге 158-се башҡорт гимназияһының спорт залында үтәсәк. Ҡатнашыу өсөн ғаризалар электрон формала 25 декабргә тик­лем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәтте “Башҡортостан” гәзи­те­нең сайтында һәм “Бәйләнештә” төркөмөндә https:com//vk/id162549751 һылтанмаһы буйынса инеп алырға мөмкин.


Вернуться назад