Өҙөп-йолҡоп тигәндәй...06.12.2016
Сәфәр йөрөүе былай ҙа еңел түгел. “Салауат Юлаев” командаһы, өҙөп-йолҡоп булһа ла, алыҫ сәйәхәттән алты мәрәй йыйып ҡайтты.

Минск “Динамо”һы менән осрашыу көсөргәнешле булды. Төп осор ҙа, овертайм да тигеҙ иҫәпкә тамамланһа ла, Максим Майоров буллит һуғыуҙа юлаевсыларға уңыш килтерҙе (3:2).
Артабан Финляндияла “Йокерит” көтөп тора ине. Хужаларҙан беҙгә яҡшы таныш Антти Пильстрем иҫәпте асты, әммә Кирилл Капризов уны тигеҙләне. Шулай ҙа йәнә күпселекте оҫта файҙалана белмәнек. Овертаймда берәүгә лә бәхет йылмайманы, ә буллит һуғыуҙа финдар оҫтараҡ булды (2:1).
Иртәнән һуң Өфөгә Ҡытай командаһы килә.


Вернуться назад