Ҡорос шулай сыныға!06.12.2016
Ҡорос шулай сыныға! Март башында биатлон буйынса Европа чемпионы булған Өфө егете Антон Бабиков тураһында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Әммә ҡитға беренселегенә, ғәҙәттә, иң көслөләр йыйылмай. Улар өсөн Донъя кубогының “Ҙур гәлсәр глобус”ы призы һәм донъя чемпионаты миҙалдары юғарыраҡ баһалана.
Хәҙер инде Антонды ла шул иң-иңдәр иҫәбенә инде­рергә була. Уҙған аҙнала биатлон буйынса быйылғы Донъя кубогы миҙгеле­нең тәүге этабы булды. Бығаса бын­дай мәртә­бәле уҙыштар­ҙа ваҡыт-ваҡыт ҡына йә запас спортсы сифатында ҡатнаш­ҡан яҡташыбыҙ, ниһайәт, баш­тан ил йыйылма коман­да­һының төп составына эләкте. Ул беренсе көндә үк яңы ярыш төрөндә – супермикста старт­ҡа сыҡты. Әммә бында һинең уңышың иптә­шеңдең сығышынан да тора шул. Ә Антон менән бер уҙаҡ­та булған Светлана Слеп­цованың хаталары дөйөм уңышҡа аяҡ салды ла инде.
Артабан спринтта 25 йәш­лек Өфө егете беҙҙекеләрҙән иң яҡшы һөҙөмтә (7-се урын) күрһәтте. Иртәгәһенә алған урынына ярашлы лидерҙан бер минутҡа тиерлек һуңға­раҡ стартҡа сыҡҡан Антон бер аҙҙан биш йыл рәттән аб­руй­лы “Ҙур гәлсәр глобус”­ты яулаған беренсе барыусы Мартен Фуркадты ҡыуып ет­те. Лә­кин өсөн­сө ут һыҙы­ғын­да Антон бер тапҡыр яҙа атып, йәнә артта ҡалды. Ай-һай, нервылар кө­сөргәнешкә тү­ҙер­ме?.. Бөйөк французға етеп булырмы?.. Көмөш ми­ҙал ме­нән хуш­һы­ныр­ға тура килерме?.. Яҡ­та­шы­быҙ һуңғы хәл иткес атыу уры­нына кил­гәндә Мартен эшен тамамлап, алға уҡтал­ғай­ны инде. Әммә... уға ике штраф әйлә­неше яһарға кәрәк ине.
“Антон! Антон, алға!” Бар­лыҡ көйәрмәндәр шулай ҡыс­ҡырған­дыр, биллаһи! Афарин, ҡулы ҡал­тыраманы уның. Атып та бөттө, уҡ­тай ал­ға осто. Инде иркен тын алырға ла мөмкин, сөнки Ба­биковтың тиҙлеге шәп икән­леген былтырғы ярыштар­ҙа күреп инан­ғай­ныҡ инде. Шулай булды ла: ул араны оҙо­найтҡандан-оҙонайтты һәм финиш һыҙығын беренсе булып үтте.
Әйткәндәй, быға тиклемге ярыш­тарҙа 25 уҙыш буйына беҙҙең биатлонсылар пьедес­талға күтәрел­ә алмағайны. Ә был юлы хатта көмөш ми­ҙал да Рәсәй спортсыһы иҫәбендә – Максим Цветков, хәлдән тайһа ла, үҙенең артынан баҫ­тыр­ған Фуркадты еткер­мәне.
Шул уҡ ҡыуаныслы көндө республика Баш­лығы Рөстәм Хәмитов, телефон аша Антон Бабиковты еңеүе менән ҡот­лап, киләсәктә лә уңыш теләне. Ул беҙҙең биатлон­сыларҙың сығы­шын шәхсән күҙә­теп бар­ғанын да хәбәр итте.


Вернуться назад