Баш ҡаланың Октябрь проспектындағы “Спорт” магазины 40 йылдан ашыу баш ҡаланы ғына түгел, тотош республика халҡын сифатлы спорт кәрәк-ярағы менән тәьмин итә. Сауҙа нөктәһе бөгөн ниндәй кәйеф менән йәшәй? Тауарға ҡытлыҡ тойолмаймы? Тәьминәтселәр ҡайҙан? Сауҙа өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләгән бер төркөм һатыусылар йылмайып ҡаршы алды беҙҙе. Наилә Мөҙәрисова, Эльвира Мөхәррәмова, Эльвира Урманцева – үҙ эшенең оҫталары.
– Һатып алыусыларыбыҙ ейән-ейәнсәрҙәре менән дә килә. Иң яҡшы магазин тип хатта Черниковка, Дим биҫтәләренән дә беҙҙе эҙләп табалар, – ти улар, ғорурланып.
Ғорурланырлыҡ та шул. Сауҙа нөктәһе элек-электән Рәсәй фабрикалары менән килешеү төҙөп, ватан тауарҙарын ғына тәҡдим итә. Мәҫәлән, Мәскәү, Екатеринбург, Ҡыштым, Ишембай трикотаж фабрикалары етештергән әйберҙәр ҙур ихтыяж менән файҙалана. Гимнастика, йөҙөү, кикбоксинг, көрәш, бокс, каратэ һәм башҡа йүнәлештәр өсөн төрлө кейем табырға була. Ә инде саңғы, сананың ниндәй генә төрө юҡ! Шулай уҡ велотренажерҙар бар, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр, бильярд яратҡандар ҙа бында йыш йөрөй.
Шуныһы һөйөнөслө: район һәм ҡала хакимиәттәренең мәғариф, спорт идаралыҡтары, мәктәптәр спортҡа ҙур иғтибар бирә. “Санкциялар беҙгә ҡурҡыныс түгел, Рәсәй тауары сифатлыраҡ та, үтемлерәк тә, рәхим итегеҙ!” – ти уңған һатыусылар.