“Бөтә гениаль нәмә лә ябай”, – тигән бер бөйөк кеше. Ысынлап та, ҡайһы берҙә ҡатмарлы мәсьәләнең сиселеше уйламағанда яп-ябай булып сыға. Аптырарлыҡ яҡтары күп был донъяның....Уҙған йомала “Салауат Юлаев” хоккей клубы үҙенең 55 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ул көндө Континенталь хоккей лигаһының сираттағы матчы ла уҙҙы. Өфөләр Мәскәүҙең “Динамо”һын ҡабул итте. Беҙҙең ҡапҡаны Андрей Гаврилов һаҡланы. Был хоккейсы бығаса ике йыл “Сочи” командаһы уйынсыһы булды. Әле “Салауат Юлаев”та Никлас Сведбергтан ҡала икенсе ҡапҡасы. Дөрөҫөн әйткәндә, уны илдәге көйәрмәндәр йүнләп белмәй ҙә. Уйнаймы, уйнай шунда Сведбергты алмаштырып... Ә бына йома көндө Андрей бөтә Рәсәйгә, хатта барлыҡ спорт донъяһына танылды. Юлаевсылар ҡапҡаһына мәскәүҙәрҙең өс хоккейсыһының һөжүм итеүенә иҫе лә китмәй, арты менән боролоп һыу эсеп торҙо ул. Тегеләре бындай ҙа оятһыҙлыҡҡа, һөмһөҙлөккә түҙмәйенсә, шайбаны яҙа һуҡты... Шул мәлдә беҙҙең ҡапҡасының өҫтөнә ғүмерҙә лә көтөлмәгән дан ишелеп төштө. Ике көн эсендә Интернетта “Ютуб” каналында ғына был видеояҙманы миллиондан ашыу кеше ҡарап өлгөрҙө.
...Әле яңыраҡ ҡына Бөрйән уҡыусылары бәләкәй генә төбәкте бар планетаға танытҡайны. Уларҙың ҡырағай йәнлектәрҙән һаҡланыр өсөн ҡулға балта тотоп мәктәпкә барған өс минутлыҡ видеояҙмаһы бығаса йылдар дауамында Ер шарына таратырға тырышҡан Бөрйән балы, Шүлгәнташ мәмерйәһе данын бер нисә көн эсендә томалап та ҡуйҙы. Етмәһә, бер көн килеп Өфө блогерҙары ошо ваҡиғаға пародия рәүешендә балта тотоп баш ҡала урамдарына сыҡты. Халыҡ был сәйер кешеләрҙе машина туҡталҡаһында, банкоматҡа сиратта, боҙ аренаһы трибунаһында, паркта, сәнғәт галереяһында, кафела күреп ғәжәпләнде – фотоға төшөрҙө, социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте, таныш-белештәренә һөйләне. Әлеге лә баяғы бында ла Балта даны төрлө тарафҡа таралды.
Был ике миҫал бөгөнгө виртуаль донъяның көсөн күрһәтә. Хәҙер еңел, өйҙән сыҡмай ғына байырға, исемеңде яңғыратырға, бөйөк булып китергә мөмкин, тиерһегеҙ. Ә элек нисек булды икән? Ул ваҡытта ла башлы кешеләр юлын тапҡан.
...1975 йылда американ Гэри Даль йорт хайуаны сифатында ...таш һатып байый. Алты ай эсендә биш миллиондан ашыу тауар етештереп, ул хәҙерге аҡса менән 56 миллион доллар табыш ала. Кешеләр ни өсөн был ябай йомро ташты һатып ала һуң? Гэри уны “идеаль йорт хайуаны” тип нарыҡлай. Йәғни таш һеҙҙең өйҙәге бесәй йә эт кеүек тәрбиә талап итмәй, ашарға таптырмай, ауырымай, тышҡа сығырға һорамай. Ғөмүмән, бер тапҡыр һатып алғандан тыш сығымы юҡ. Ваҡыттары күберәк эштә, аҡса артынан сабыу менән үткән кешеләргә, ысынлап та, идеаль йыуаныс бит был!
Ни өсөн шулай кемдер анһат ҡына дан ҡаҙана йә байып китә, ә башҡалар көн-төн тир түгеп тә осто-осҡа ялғап йәшәй? Бөтәһен дә даланға, бәхетле осраҡҡа ғына һылтамайыҡ. Бөгөн көн үҙәгендә – маркетинг ғәли йәнәптәре. Йәғни етештерелгән тауарҙы йәки күрһәтелгән хеҙмәтте сауҙа баҙарында таратыу, йәйелдереү процесын ойоштороу. Хатта заманына күрә маркетолог һөнәре иң мөһиме кеүек тә күренә әле.
Беҙ етештерә беләбеҙ, өйрәндек. Әммә күп осраҡта һата алмайбыҙ. Хәтерләйһегеҙҙер, элек ҙур магазиндар, сауҙа үҙәктәре булмағанда гел баҙарға йөрөнөләр. Кемдер унда тауарын сәғәт эсендә “осороп” бөтә, ә икенсе берәү көнө буйы тороп та бер дана һата алмай. Сөнки тегеһе үҙенекен үлтереп маҡтай, сифатының шәплегенә дәлилдәр килтерә, баштан ҡыйбат хаҡ һораған булып, һатыулашыу мәлендә уны ҡырҡа ғына төшөрөп тә ебәрә. Оҫталыҡ, тәжрибә тиергә лә була был һәләтте, үткерлек, хәйләкәрлек тиергә лә. Хәҙер ҙә был шөғөл көнүҙәк. Исеме үҙгәрһә лә, есеме үҙгәрмәне. Бары заманса итеп уны маркетинг тип атап йөрөтә башланылар. Һәм бының менән шөғөлләнгән “йомробаштар” етди компанияларҙа бик юғары баһалана.
Һуңғы йылдарҙа туризмды үҫтерергә, сифатлы тауарыбыҙҙы экспортҡа оҙатырға, республика брендтарын донъяға танытырға тырышабыҙ. Ошо йүнәлештә күп эш башҡарыла. Ләкин отошло маркетинг алымдарын өйрәнәһе бар әле. Шул иҫәптән “Бөрйән балтаһы” феномены миҫалында ла. Уйынлы-ысынлы әйткәндә, бөгөн уны шул атама аҫтында сит илгә һатыуға сығарғанда байтаҡ килем алырға булыр ине... Ә ниңә, Гэри Даль кеүектәр юҡмы ни беҙҙең башҡорт араһында?..