Тыуған көн – матур байрам. Ул көндө кәйеф шәп булырға тейеш, сөнки йылына бер тапҡыр ғына килә.30.11.2016
Уҙған йомала “Салауат Юлаев” клубы үҙенең 55 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ләкин байрам итеп ятырға форсат булманы. Ул көндө Мәскәүҙең “Динамо”һы менән осрашырға тейеш инек.
Шөкөр, күңелде төшөрмәне өфөләр. Аренаға хоккей ҡарарға килгән ветерандарҙы көйөндөрмәнеләр. Хатта ҡапҡасыбыҙ Андрей Гаврилов бошмаҫлығы менән көйәрмәндәрҙе көлдөрөп тә алды. Сами Леписте һәм Максим Майоровтың мәргәнлеге беҙгә еңеү килтерҙе – 2:1.
Ә бына йәкшәмбеләге “Локомотив” менән матч шундай уҡ иҫәпкә тамамланды, тик ҡыуаныс килтермәне. “Авангард”тан беҙгә күскән Денис Паршин тәүге уйынында уҡ гол индереп һөйөндөрһә лә, отолдоҡ.