Иғтибарһыҙлыҡ харап итте25.11.2016
Уйламағанда көйәрмәндең кәйефен төшөрә лә ҡуя юлаевсылар. «Витязь» шул хәтлем ҡеүәтле команда ла түгел. Әммә тап ошо осрашыуҙа өс мәрәйҙе юғалттыҡ.
Ниһайәт! Тәүге осор голһыҙ ғына уҙҙы тигәндә, беҙҙең Александр Логинов иҫәпте асты. Матчтың икенсе өлөшөндә ҡапҡаға ингән шайба булманы. Линус Умарк ауырып торғас, мәргән пас биреүсе лә юҡ инде әллә? Һуңғы осорҙа, киреһенсә, ҡунаҡтар иҫәпте тигеҙләне.
Овертайммы? Юҡ шул, уйын бөтөргә 11 секунд ҡалғас, ҡапҡабыҙға икенсе хәл иткес шайбаны үткәртеп ҡуйҙыҡ. Бары иғтибарһыҙлыҡ харап итте: хоккейсылар үҙ мәлендә алмашынып өлгөрмәй, боҙҙағы уйынсылар нисбәтен боҙғайны. Һөҙөмтәлә беҙгә ике минутлыҡ штраф сәпәнеләр. Көслөрәк тә кеүек инек, ләкин отолдоҡ (1:2).


Вернуться назад