Иң зирәктәр – Баймаҡтан!25.11.2016
Силәбелә ауыл халҡы һәм уҡыусылары араһында рус шашкаһы буйынса Бөтә Рәсәй беренселеге уҙҙы.
Унда Иркутск, Ҡурған, Свердловск һәм Силәбе өлкәләренән, Башҡортостандан, Бүрәт, Яҡут республикаларынан, Пермь крайынан 120-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Егеттәр һәм ҡыҙҙар дүрт йәш төркөмөндә көс һынашты. Башҡортостандан бәйгелә Баймаҡ районының Ярат ауылынан Мәҙинә Мырҙабулатова, Ишбирҙенән Наҙгөл Үлйәбаева, Төркмән ауылынан Илнар Ҡолмөхәмәтов ҡатнашты. Команданың тренеры Азат Әхмәтов булды.
2003 – 2005 йылда тыуған ҡыҙҙар араһында 10 йәшлек Мәҙинә Мырҙабулатова, ике алтын миҙал яулап, абсолют чемпион исеменә лайыҡ булды. 8 йәшкә тиклемге малайҙар араһында иһә Илнар Ҡолмөхәмәтов еңеп сыҡты.