Ҡарышҡыр ғәмәл яҡшыға илтмәне22.11.2016
Оҙаҡ дивизион лидеры булырға тура килмәне юлаевсыларға. Төп дәғүәсебеҙ “Авангард” абынырға уйламаны ла, ә “Салауат Юлаев” алыҫ сәфәрҙән мәрәйҙәрен юғалтып ҡайтты.
“Спартак” һәм “Сочи” командалары менән осрашыуҙар бер иш сценарий буйынса барҙы тиерлек. Икәүһендә лә иҫәпте юлаевсылар асты. Икәүһендә лә иҫәп матч бөтөргә һанаулы секундтар ҡалғас ҡына тигеҙләнде. Икәүһендә лә уйын 4:3 иҫәбенә тамамланды. Тик тәүгеһендә бәхет беҙгә йылмайһа, икенсеһендә – хужаларға.
Мәскәүҙә хужалар еңелеп барып, осрашыу аҙағына ун секунд ҡалғас ҡына отолоуҙан ҡотолоп ҡалдылар. Әммә овертаймда дүртенсе матч рәттән шайба индереүсе Захар Арзамасцев атлы һаҡсыбыҙ беҙгә ҡыуаныс бүләк итте – 4:3!
Сочиҙа иһә юлаевсылар сиренаға өс кенә секунд ҡалғас иҫәпте тигеҙләй алды. Әнүәр Лисин булды был бәхетле хоккейсы. Ләкин овертайм һөҙөмтәһеҙ уҙҙы. Артабан буллит һуғыуҙа беренсе раундта өфөләрҙән Максим Майоров ҡына уңышҡа өлгәште. Шуны күрепме, тренерҙар артабан да тик уны боҙға сығарҙы. Тик Максимды даланы ташлап китте, ахыры. Өс шайбаһының береһе лә сәпкә теймәне. Тренерҙарҙың да, шуны күрә тороп, һаман үҙҙәренекен бөгөп маташыуы аптыратты. Һөҙөмтәлә 3:4 иҫәбенә еңелдек.


Вернуться назад