Ҡамсы кемгә килешмәһен...16.11.2016
Ниһайәт! “Салауат Юлаев” командаһы, вәғәҙә иткәнсә, уйынын яйға һалды. Хатта дивизион лидерына әйләнде.
Был иҫтәлекле ваҡиға Түбәнге Новгород ҡалаһында булды. Матч башында хужалар беҙҙекеләргә тын да алырға ирек бирмәүгә ҡарамаҫтан, тренерҙар юлаевсыларға “ҡайыш тамыҙып” алғас, эш яйға һалынды. Рәттән өсөнсө осрашыуҙа шайба индереүсе Захар Арзамасцев иҫәпте тигеҙләне. Ә Кирилл Капризов менән Теему Хартикайнен күпселекте оҫта файҙаланды. 3:2 – еңеү беҙҙең яҡта.
Хәҙер иртәгәгә тиклем тыныс йоҡлай алабыҙ әле. Арттан баҫтырып килгән “Авангард” ул көндө нисек уйнар – ҡарарбыҙ.


Вернуться назад