Башҡорттар йәнә Парижда16.11.2016
Башҡорттар йәнә Парижда Францияла уҙған грепплинг (күп көрәш төрҙәре алымдарын туплаған спорт сәнғәте) буйынса Европа чемпионатында Динар Аҡмырҙин көмөш миҙал яуланы.
Динар – күп тапҡыр республика чемпионы, джиу-джитсу һәм панкратион буйынса ла турнирҙар призеры, “Тархан” көрәш клубы тренеры. Грепплинг менән дүрт йыл тирәһе элек ҡыҙыҡһына башлай. Яҡташыбыҙ – Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратындағы йәштәр бүлеге ағзаһы ла. Унда ул спорт секторын етәкләй.


Вернуться назад