Йәш батырҙар майҙан тота23.03.2012
24 мартта Ғафури районының Сәйетбаба ауылында “Һау-сәләмәт тормош өсөн көрәш” акцияһы сиктәрендә милли көрәш буйынса турнир үткәрелә.
Был сараға ауыл Советы, мәктәп уҡыусылары, күрше райондар командалары саҡырылған. Бәйгелә Ауырғазы, Архангел, Дәүләкән, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә райондары вәкилдәренә күнекмәләр өсөн көрәш келәменә сертификат тапшырыласаҡ.
Турнирҙы Ғафури район хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, “Башҡортостан”, Ғафури районының “Табын” гәзите редакциялары ойоштора.


Вернуться назад