Ятып ҡалғансы, бәйгегә кил!02.11.2016
Ятып ҡалғансы,  бәйгегә кил! “Любизар” беренсе башҡорт атлы полкы” республика йәмәғәт ойошмаһы (хәрби-тарихи клубы) “Мәргән уҡсы” фестивале менән берлектә Халыҡтар берлеге көнөнә арналған республика уҡсылар турнирын уҙғара. Сара рухи мираҫыбыҙҙы – милли шөғөлдәрҙең береһе булған уҡтан атыуҙы пропагандалау, тергеҙеү һәм киләһе быуынға еткереү, үткәндәрҙе һәм тарихи кейем өлгөләрен өйрәнеү, 3-cө башҡорт полкы старшинаһы Күсәрбай Аҡсулпановтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында ойошторола.
Рус тарихсыһы А.Н. Олениндың хеҙмәттәрендә билдәләнеүенсә, дворяндар тоҡомонан сыҡҡан Күсәрбай Аҡсулпанов 1788 – 1790 йылдарҙағы рус-швед һуғышында ҡатнашып, швед короле Густав III-кә уҡтан атыу оҫталығын күрһәтә. “Һыбай сабып барған ерҙән Күсәрбай һауаға йомортҡаны бәреп, төшөп килгән ыңғайы йәшен тиҙлегендәй атылған уғы менән яра. Ниһайәт, ул һаҙа­ғынан иҫке уғын алып ергә ырғытты һәм һыбай килеш сабып барған еренән уҡты алып күккә сөйҙө һәм йомортҡаға атҡандағы кеүек яңы уғы менән уҡты урталайға ярҙы...” (“Археологик хеҙмәттәр”. Т. 2. СПб., 1882. 81–83 бб.).
Сара һигеҙ райондан ҡырҡҡа яҡын мәргәнде йыйыуҙы күҙаллай. Күсәрбай Аҡсулпанов иҫтәлегенә бағышланған турнир 5 ноябрҙә Өфө ҡалаһының М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында үтәсәк. Бәйгелә иң мәргән тип табылған төп еңеүсе илебеҙҙең традицион уҡтан атыу буйынса йыйылма командаһы составына индере­ләсәк. Бәйге рухын мәргәндәр менән бергә кисерергә һәм ялдарығыҙҙы файҙалы үткәрергә теләһәгеҙ, ятып ҡалғансы, атып ҡалығыҙ. Бәйгегә килегеҙ!


Вернуться назад