Алабармандар28.10.2016
Алабармандар Һәр көйәрмәнгә үҙ ҡалаһы хоккейсылары яҡын икәне бәхәсһеҙ. Шулай ҙа илдең башҡа төбәктәрендә беҙҙең “Салауат Юлаев”ҡа ла битараф булмағандар күп. Уның уйыны ҡыҙыҡлы.

Алабарманлыҡта лигала юлаевсыларға етеүсе юҡ. Өфөләрҙең һәр уйыны тиерлек уттан алып һыуға һала, тамашасыны баштан алып аҙаҡҡаса көсөргәнештә тота. “Авангард” менән үҙ боҙобоҙҙағы осрашыуҙы ла шундай матчтар иҫәбенә индерергә мөмкин. Тәүге ике осорҙа юлаевсыларҙың уйыны алға барманы. Бына инде таблола 0:3 һандары яна...
Өсөнсө осор башланыуға яҡташтарыбыҙ йәнтәслим һөжүмгә ташланды. Бер минут та 44 секунд эсендә Кирилл Капризов менән Денис Куляш ҡунаҡтар ҡапҡаһына ике шайба индереп тә ҡуйҙы! Йәнә 12 минут бар әле уйын бөтөргә. Шул уҡ Кириллдың әллә нисәмә мөмкинлеге булды иҫәпте үҙгәртергә, ләкин был көндө йәш “йондоҙҙоң” бәхете ҡалҡманы. Йәл, беҙҙекеләр отолдо (2:3).


Вернуться назад