Хоккейҙа матчта тигеҙ иҫәпкә уйнаһаң, өҫтәмә ваҡыт билдәләйҙәр. Унда ла шайба индереп булмаһа – буллит һуғаһың. Йәғни майҙансыҡта бер спортсы ла бер ҡапҡасы ғына ҡала. Шулай уйын бер яҡ еңгәнгә тиклем дауам итә.“Салауат Юлаев” бығаса буллит һуғыу буйынса гел отолдо. Ҡапҡасыларыбыҙ һынатты шул. Ә бына Владивостокта “Адмирал” менән осрашыуҙа, ниһайәт, быға оҫтарҙылар.
Төп ваҡытта командалар 2:2 иҫәбенә уйнаны. Еңер ҙә инек, алабарманлыҡ ҡамасауламаһа. Боҙҙа беҙҙең – биш, хужаларҙың өс кенә хоккейсыһы булғанда, осрашыу бөтөргә өс минут ҡалғанда ҡапҡабыҙға хәл иткес голды үткәртеп ҡуйҙыҡ шул...
Эш буллиттарға барып еткәс, ике яҡ та байтаҡ ҡына уңышһыҙлыҡҡа осрап торҙо. Шунда беҙҙең тренерҙар Максим Майоровты “амбразураға ташланы”. Афарин, иҫәпте лә асып ебәрҙе, еңеү буллитын да һуҡты (3:2).
Бишәүләп өсәүгә ҡаршы тора алмаһалар ҙа, ярай әле буллит һуғырға өйрәнделәр...