Көҙ булыуға ҡарамаҫтан, һауа температураһы 23-24 градус йылы... Көнсығыштан диңгеҙҙән йылы ел иҫә... Ҡыҫҡаһы, көньяҡ. Һүҙ “Салауат Юлаев”тың Ҡытайҙың Шанхай ҡалаһына сәфәре тураһында бара. Эйе, быйылғы миҙгелдән Континенталь хоккей лигаһы беренселегендә ошо көнсығыш илдән хоккей командаһы ла ҡатнаша. Пекиндың “Куньлунь Ред Стар” клубы ул. Баш тренерҙары – элек юлаевсыларҙың остазы булған Владимир Юрзинов. Составында ҡытай милләтенән өс бөртөк уйынсы булһа ла, тиҙҙән бында һәр малай сәкән тоторға өйрәнмәҫ тимә...
Баш ҡаланыҡы һаналһа ла, “Куньлунь” осрашыуҙарҙы Шанхайҙа уҙғара. Әлбиттә, әлегә матчтарға көйәрмәндәр бик аҙ йөрөй – ҡайһы берҙә 500-ләп кенә кеше тамаша ҡарай. Юлаевсыларҙы ла күрергә бик атлығып торманылар. Шулай ҙа хужалар беҙҙекеләрҙең арт һабағын уҡытып ҡайтарҙы.
“Ҡытайҙар” иҫәпте асып, тиҙҙән уны арттырҙы. Өфөләр өс минут эсендә әлеге лә баяғы лидерҙар Кирилл Капризов һәм Теему Хартикайнен тырышлығы менән уны тигеҙләне. Әммә штраф ваҡыты алып, аҙсылыҡта ҡалғас, хужалар тағы алға сыҡты (3:2). Һөҙөмтәлә алыҫ сәфәрҙән “тәмһеҙ күстәнәс” алып ҡайтабыҙ...