Майҙан тотор егеттәр бар19.10.2016
Майҙан тотор егеттәр бар Элек-электән башҡорт халҡы көрәш менән яҡындан таныш булған. Егеттәр бәләкәйҙән ил һаҡсыһы, көрәшсе, батыр итеп тәрбиәләнгән. Улар һабантуйҙарҙа, йыйындарҙа көс һынашҡан. Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә лә егет кеше көслө, баһадир булып күҙ алдына баҫа. Әлбиттә, улар донъяның ғәҙеллеге, камиллығы өсөн көрәшкән.
Бөгөн дә башҡорт йәштәре араһында көрәш киң таралған. Төрҙәрен һанап бөтөрлөк түгел. Ғәрәп Әмирлектәренән килгән грэпплинг, бразильса джиу-джитсу, самбо, дзюдо кеүек спорт төрҙәре йәштәрҙең иғтибарын яулай. Грэпплинг­ – ярайһы уҡ ҡатмарлы көрәш төрө, ул көс һәм таһыллыҡ ҡына түгел, аҡыл, уйлап эш итеүҙе лә талап итә. Был спорт тө­рөндә сикләүҙәр юҡ тиерлек, унда кешене төрлө көрәш ысулдары менән (муйындан быуыу, ҡул, аяҡ быуындарын билдәле алым ярҙамында ауырттырыу һ.б.) еңеү мөһим, йәғни көрәшсенең бирелеүе кәрәк. Алымдың ҡатмарлы­лығына ҡарап мәрәйҙәр ҡуйы­ла, алыш аҙағында дөйөм иҫәп менән еңеүсе билдәләнә.
Был спорт төрҙәре баш ҡалабыҙ Өфөлә лә тамыр йәйә, йылдан-йыл үҫешә. Һү­ҙем был көрәш тураһында ғына түгел, ә республика кимәлендә сығыш яһаған көрәшсе егеттәр Айтуған Йәнбирҙин менән Заһир Ҡолмө­хәмәтов хаҡында булыр. Улар грэпплингты үҙ итә, башлыса башҡорттар шөғөлләнгән “Тархан” клубына йөрөй. Яңы эшләй башлаған түңәрәкте профессиональ спортсылар етәкләй. Береһе – Учалы егете, грэпплинг, джиу-джитсу, ирекле көрәш буйын­са республика чемпионы Динар Аҡмыр­ҙин. Икенсеһе – шулай уҡ грэпплинг буйынса республика чемпионы Азамат Сма­ҡаев. Йәш бу­лыу­ҙарына ҡара­маҫтан, үҙаллы клуб булды­рыуҙары маҡ­тау­ға лайыҡ. Унда студент егеттәр ҙә әү­ҙем шөғөлләнә. Айтуған менән Заһирҙың тиҙ арала ҙур һөҙөмтәгә өлгәшеүе ҡыуа­ныслы хәл.
Егеттәр тәьҫораттары ме­нән дә уртаҡ­лаш­ты. Айтуған: “Мин кө­рәш менән мәктәптә үк ҡыҙыҡ­һына башланым, ярты йыл тирә­һе ирекле көрәш менән шөғөл­ләндем. Өфөгә килгәс, шөғөллә­неү теләге артты һәм түңә­рәккә йөрөй башланым. Тиҙ арала киң таныл­ған спорт төрө мине үҙенә йә­леп итте. Әлеге көндә нин­дәй­ҙер кимәлдә уңышҡа өл­гәш­тем, тип ныҡлы әйтә алам. Беренсе еңеүҙән һуң рәхәтлек тойғоһо кисерҙем, артабан, ярыштан һуң, һығымта яһап, киләсәккә маҡсат­тар ҡуйҙым. Улар – киләһе еңеү­ҙәр генә түгел, ә тормошта спорт менән йәнәш барыу, бар яҡтан да камиллыҡҡа ынтылыу”, – тине.
Заһирҙың фекерҙәре лә ҡы­ҙыҡлы тойолдо миңә: “Ярыш­тан һуң “Мин булдырҙым” тигән уй үтте башымдан. Алдан уҡ үҙемә маҡсат ҡуйҙым, ошоға тиклем булған күнекмә­ләрем бушҡа түгел, үҙемдең клубымды лайыҡлы күрһәтергә тырыштым. Ярыш алдынан аҙ ғына ҡурҡыу тойғоһо булһа ла, көрәшкән ваҡытта бөтәһе лә баштан сыға һәм һин алдыңдағы дәғүәсене генә күрәһең”.
Батыр егет – ил күрке, ти халыҡ мәҡәле. Егеттәр һынат­маҫ, тип ышанам. Уларҙың сафына баҫырға теләгем дә юҡ түгел.




Вернуться назад