“Юлығыҙ уңһын!” Оҙайлы сәфәргә сығып киткән юлаевсыларға төбәлә был теләгем. Алыҫ Көнсығыш һәм Ҡытай яҡтарына төштө уларҙың юлы. Тәүге туҡталыш алыҫ Хабаровск ҡалаһында булды. “Амур” – бөтәһе өсөн дә уңайһыҙ дәғүәсе. Ер аяғы-ер башына барған бар команданы тиерлек еңеп ҡайтара ул.
“Салауат Юлаев” та унда абына яҙҙы. Етмәһә, хужалар уйынды дәррәү башлап ебәрҙе. Беҙҙекеләр икенсе осор аҙағында ғына иҫәпте тигеҙләй алды. Өсөнсөһөндә ике яҡ та берәр шайба индерҙе, әммә көстәр бер иш ҡалды.
4:4 – овертайм. Ләкин ул һөҙөмтәһеҙ үтте. Буллит буйынса өфөләр даланлыраҡ булып сыҡты. Уф, ике мәрәй булһа ла яуланыҡ. Хәҙер яҡташтарыбыҙҙы Ҡытайҙа көтәләр. “Куньлунь Ред Стар” командаһы ниндәй “күстәнәс” биреп ҡайтарыр икән?..